17. НИСЕК БАРЫРҒА ИКӘН?
Надежда Константиновна эштән өйөнә ҡайтҡанда, сәғәт төнгө ун икенсе ине инде. Широкая урамындағы һирәк-һа яҡ ҡына ҡуйылған фонарҙәр тоноҡ ҡына емелдәйҙәр. Тәҙрә уйымдары ҡарағусҡылланып күренгән йорттарҙа кешеләр йә шәмәй һымаҡ. Әгәр ҙә тыҡрыҡтағы икмәк магазинен уратып алып, икмәккә тип торған һыу буйы оҙон сират булмаһа, урам буп-буш ҡалыр ине. Икмәк магазиненең ишеге өҫтөнә элеп ҡуйылған алтын ялатылған ҙур керәндил шығыр-шығыр ки леп сайҡала. Ҡалын быяла артындағы витринала булкалар, ҡыҙарып бешкән ҡаластар, керәндил, сушки, сохари өйөм дәре, ә уртала өҫтөнә он һибеп бешерелгән мамыҡ мендәр төҫлө ҡабарып торған бик ҙур икмәк ята. Былар бөтәһе лә миражға оҡшай ине, улар йәнде көйҙөрә, сөнки ҡыҙарып бешкән был булкалар ҙа, өҫтөнә он һибеп бешерелгән икмәк тәр ҙә барыһы ла папье-машенән яһалған, улар күптән инде бында витринаға теҙеп ҡуйылғандар, ә икмәк магазинендә ни бары ярты ҡаҙаҡ ҡына икмәк бирәләр, түпрә, алабута, серегән картуф, саҡ ҡына он ҡушып бешерелгәнлектән, был икмәк тә ҡуңыр төҫтә ине.
Сиратта күберәк ҡатын-ҡыҙҙар тора. Бер-береһенә бөтөн ләй таныш булмаған йәштәр һәм ҡарттар, эшсе һәм чинов ник ҡатындары, хужабикә һәм студенттәр, араларына «сит кеше» инмәһен, берәйһе зарығып көтмәйенсә, сиратҡа баҫма йынса ғына үҙенә тейгән өлөштө — ярты ҡаҙаҡ икмәкте алып китмәһен өсөн бер-береһенә һыйынып һәм өй стенаһына һы- рығышып теҙелешеп баҫҡандар.
Надежда Константиновна аҙымдарын аҡрынайтты. Ҡа- тын-ҡыҙҙар яҡын әхирәттәр кеүек, үҙ-ара әкрен генә һөй ләнәләр, осраҡлы тап килгән кешеләргә ышанып, үҙҙәренең уй-хыялдарын, ҡайғы-хәсрәттәрен уртаҡлашалар, ҡоро һа ламға ҡапҡан ут шикелле төрлө имеш-мимеш хәбәрҙәр ҙә тап бына ошонда ҡапыл тоҡана ла инде. «Шулай имеш...» «Ошо арала болыневиктәр Питерҙе немецтәргә бирәләр, имеш, тип һөйләйҙәр...» «Беренсе октябрҙән бер әсмүхә генә икмәк бирә ләр, имеш, тип һөйләйҙәр...» «Минең иремде һуғыштың тәүге йылында уҡ үлтерҙеләр, хәҙер япа-яңғыҙым тороп ҡалдым...» «Бинең яңғыҙ башың әле, исмаһам, ә минең ирем хәбәрһеҙ юғалды, балаларым етем ҡалды, улар менән ни эшләргә?» «Шундай закон сыҡһын ине — һуғышҡа ҡатындарҙы ғына ебәрһендәр ине лә ирҙәр өйҙә бала-саға менән яфаланһындар ине. Бына шул саҡта ирҙәр бунт күтәрерҙәр ине лә һуғышты туҡтатырҙар ине...» 4* 99