Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 97.

Болыпевиктәр партияһы халыҡты Корниловтың фетнәсе ғәскәрҙәренән Петроградты һаҡлап алып ҡалырға саҡырҙы, шул уҡ ваҡытта был Керенский хөкүмәтен һаҡлау түгел, ә- революцион Петроградҡа ярҙам итеү икәнлеген дә иҫкәртеп ҡуйҙы.

Корниловҡа отпор биреү өсөн, Петроградтың ҡырҡ мең эшсеһе ҡулына ҡорал алды. Контрреволюцион фетнә тар-мар ителде.

Петроградтың ышаныслы именлеген кем тәьмин итер ҙә, халыҡты кем ҡотҡара алыр һуң?

Бары тик пролетариат һәм ярлы крәҫтиәндәр диктатура­ һы ғына ҡотҡара ала, бының өсөн буржуазия ҡулынан власте көс менән, ҡулға ҡорал тотоп тартып алырға, социалистик дәүләт төҙөргә кәрәк, тип яуап бирә Ленин.

Заводтарҙа, фабрикаларҙа Ҡыҙыл гвардия отрядтәре ойош­ торола. Сестрорецк ҡорал заводында көнөн дә, төнөн дә эш тынмай — эшселәр Ҡыҙыл гвардия өсөн мылтыҡтар яһай. Ни­ колай Александрович Емельянов яңынан үҙ эшенә ҡайтты. Петроград Советенә сентябрь айында ул ике мең мылтыҡ бирә. Путиловсылар, «Айваз», Обухов, Семянников заводтарының һәм башҡа байтаҡ заводтарҙың эшселәре ҡоралланалар. Бур­ жуазия ҡулынан власте көс менән тартып алырға әҙерләнә­ ләр. Ҡораллы восстаниегә әҙерләнәләр.

— Восстание — ғәжәп ҙур сәнғәт ул, — тип иҫкәртте Вла­ димир Ильич. — Уға аҡрынлап әҙерләнергә, ентекле әҙерләнер­ гә һәм иң мөһиме — уның башланыу мәлен аныҡ билдәләр­ гә кәрәк.

Кәм тәҙрәһе кирбес стенаға ҡараған ыҡсым ғына бүлмәлә Ленин восстание планын өйрәнә, төрлө яҡлап уйлай, һәр бер детален эшкәртә.

Восстание ваҡыты яҡынлашҡандан-яҡынлаша.

Керенский Питерҙе немецтәргә бирергә самалай, ул, Пет­ роградты яңы хужа — кайзер Германияһы өсөн бушатмаҡ­ сы булып, башҡаланы Мәскәүгә күсерергә ҡарар итте.

Фәҡәт ҡораллы восстание генә Питерҙе ҡотҡара ала.

Восстание көн үҙәгендәге мәсьәләгә әүерелде. Болыневик- тәр власте үҙ ҡулдарына алырға тейештәр!

Почта вагоны сейфенә Карвинен ябай аҡ конверт һалын ҡуйҙы, быны ул күҙ ҡараһы кеүек һаҡларға тейеш.

Конверттә Лениндең восстание планы, был планды Үҙәк Комитет раҫларға тейеш. Ә икенсе конверттә Надежда Кон- стантиновнаға яҙылған хат.

Бындай көсөргәнешле мәлдә ҡәҙерле кешең менән осра­ шыу бик мөһим, мотлаҡ осрашырға кәрәк.

98
Закрыть