Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 94.

Йәкшәмбе көндө кис, эңер төшкәс, Владимир Ильич һауа­ ла йөрөргә сыҡты.

Байрамса кейенгән кешеләр, ҡулдарына ҡағыҙ сәскәләр шәлкеме тотҡан ҡыҙҙар менән урам тулған. Революцион ташҡын финдәрҙе лә ситләп үтмәгән. Был байрамға йыйыл­ ған ябай халыҡ төркөмө генә түгел, ә бәлки рус эшселәренең көсө йоғонтоһона бирелгән кешеләр ине. Владимир Ильич халыҡ төркөмө араһына барып инде. «Ленин!» — тигән һүҙҙе ишетте ул һәм ҡапыл һиҫкәнеп китте. Юҡ, юҡ, уға берәү ҙә иғтибар итмәй. Шулай ҙа ул һағайып халыҡ төркөмөнән айырылды ла яй ғына тротуарҙан атланы. «Ленин», «Ле­ нин», — тигән тауыштар яңғыраны яңынан.

«Тағы ла шул ялған яла тураһында лығырҙайҙармы икән ни?» — тип әсенеп уйланды Владимир Ильич. Ләкин, фин те­ лен аңламаһа ла, Владимир Ильич уларҙың ауаздарынан шел­ тә лә, нәфрәт тә ишетмәне, был исемде дуҫтарса хөрмәтләп әйтәләр ине улар. Владимир Ильич фин телен белмәүенә, был эшселәрҙең нимә хаҡында һүҙ алып барыуҙарын, күңелдәре ни өсөн байрамса күтәренке булыуын, үҙ исеменең ниңә шу­ лай бик йыш ҡабатланыуын аңлай алмауына үкенеп ҡуйҙы.

Шулай үкенеп, кире боролдо ла ҡайтып китте.

Ровио өйҙә борсолоп ултыра ине.

— Был ниндәй манифестация? — тип һораны Владимир Ильич. — Мин бер аҙ ваҡыт халыҡ төркөмө менән бергә бар­ ҙым, әллә нисә тапҡыр «Ленин» тигәндәрен ишеттем. Был хәлде миңә төшөндөрөп бирә алмаҫһығыҙмы?

Ровио йылмайып ҡуйҙы.

— Беләһегеҙме нимә, бөгөн бит Финляндияла традицион ҡеҙмәт байрамы. Ул августың һуңғы йәкшәмбеһендә уҙғары­ ла. Быға эшселәр алдан уҡ әҙерләнәләр һәм Халыҡ йортона йыйылалар. Профсоюз комитете йәй көнө үк һеҙҙе, Владимир Ильич, хеҙмәт байрамына саҡырмаҡсы булғайны һәм һеҙгә саҡырыу хаты яҙыуҙы миңә тапшырғайны.

Ровио яҙыу өҫтәле тартмаһынан яҙыулы бәләкәй генә ҡағыҙ бите алды.

— Бына ул, мин яҙғайным. Дөрөҫ, шунда уҡ яҙманым, алама ғәҙәтем буйынса, һаман һуҙа килдем, аҙаҡ инде июль ваҡиғалары башланып китте. Газеталағы хәбәрҙәргә ҡараған­ да, һеҙ Ваҡытлы хөкүмәттән йәшеренеп йәшәнегеҙ, һәм мин хатты һеҙгә ебәрмәҫкә булдым. Шулай ҙа һеҙҙең ҡунаҡҡа са- ҡырылыуығыҙ һәм Халыҡ йортонда сығыш яһаясағығыҙ тураһындағы хәбәр эшселәр араһында киң таралғайны инде. Улар бөгөн һеҙҙе ҡунаҡҡа көттөләр һәм һеҙҙең шундай яҡын­ да, үҙҙәренең араһында ғына икәнлегегеҙҙе белмәнеләр.

95
Закрыть