Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 93.

— Йортта сарҙаҡ бармы?

— Бар.

— Ул асыҡмы?

— Белмәйем.

— Сарҙаҡты тикшереүегеҙҙе һәм миңә күрһәтеүегеҙҙе һо­ райым. Һәм йәнә бер үтенесем: минең Стокгольмгә яҙған ха­ тымды ышаныслы берәй кеше артынан ебәреү сараһын уйла­ ғыҙ әле. Быны ла иртәгә үк хәл итергә кәрәк.

— Был йомоштарҙың бөтәһен дә иртәгә генә башҡарып өлгөрә алмам тип ҡурҡам.

— Мотлаҡ эшләргә кәрәк. Был бик мөһим. Әйтегеҙ әле,, әгәр ҙә бында ут бик һуңға тиклем янһа, мин һеҙгә ҡамасау­ ламаммы? Тәҙрәләрҙең ҡорғаны һәйбәт ҡаплаймы?

— Юҡ. Мин икенсе бүлмәнең ҡорғандарын алып сығып ҡорормон.

— Бик үтенеп һорайым.

— Бөгөн үк эшләргә кәрәкме был эште? — тип һораны Ровио.

— Эйе, эйе, әйҙәгеҙ хәҙер үк эшләп ҡуяйыҡ.

— Һеҙгә бында йоҡларға уңайлы булырмы икән, бәлки,, тағы ла бер юрған менән мендәр бирергәлер?

— Юҡ, юҡ, зинһар, хафаланмағыҙ. Өҫтәл бик һәйбәт* тәҙрә стена яғына ҡарай, ең һыҙғанып эшләргә мөмкин. Һәм һеҙгә иң һуңғы үтенес: минең рус аҡсаһын фин аҡсаһына алмаштырығыҙ, беҙгә бит газеталар һатып алыу өсөн марка күп кәрәк буласаҡ.

Владимир Ильич Ровиоға бер төргәк «керенка» сығарып бирҙе.

— Быны ла иртәгә үк эшләргә кәрәкме? — тип ҡыйыуһыҙ ғына һорап ҡуйҙы Ровио.

— Шик тыуҙырмау өсөн, бүлеп-бүлеп алмаштырыу хәйер­ ле булыр, — тине лә Владимир Ильич яҙырға тотондо.

Ровио үҙ бүлмәһенә инеп китте. Урынына барып ятты ла утын һүндерҙе һәм теге яҡҡа ҡолаҡ һалды. Һирәк-Һаяҡ ҡына ҡағыҙ ҡыштырҙап ҡуя. «Контрразведканың ҡушҡан йомошо хаҡында уға әйтергәме, юҡмы? — тип уйланы ул. — Юҡ, яра­ маҫ. Хурлыҡлы йомош».

Владимир Ильич, пинжәген һалып, ҡағыҙҙан күҙен ал­ майынса ғына, уны ултырғыс артына элеп ҡуйҙы. Ул Стокгольмгә Үҙәк Комитеттең Сит ил бюроһына хaт яҙа, эш­ селәрҙең халыҡ-ара коммунистик берләшмәһен, Өсөнсө Ин­ тернационалды төҙөү пландарын аңғарта...

94
Закрыть