Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 92.

— Кәйбәтме? — тип һораны.

— Бөтәһе лә тып-тыныс, — тип яуап ҡайтарҙы Ровио һәм бер нисә аҙым атланы ла, Виик менән Ленин артынан күҙәтеү юҡлығына тамам ышанғас, кире боролдо ла уларҙы ҡыуып 'етте.

Өйгә ҡайтып инделәр. Сабыр һәм кисерештәргә бирелеп бармаусан Виик Ровионы Владимир Ильич менән таныштыр­ ҙы ла, оҙаҡ тормайынса, хушлашып сығып та китте.

Ровио менән ҡунаҡ сәй эсергә ултырҙылар. Владимир Ильич Петербургтың ҡара икмәгенән киптерелгән, хәҙер ал­ тын хаҡына бәрәбәр булған, ауырлығы менән платинаға оҡ­ шаған сохариҙәрҙе бәләкәс тоғонан алды. Ровио көлөп ебәрҙе: — Полицмейстер булараҡ, икмәкте мин күпме теләйем, шул тиклем ала алам, муниципалитеттә хатта май менән йомортҡа ла табырға мөмкин. Өҫтәүенә, беҙ һеҙҙең менән көн­ дөҙ кооператив ашханала туҡлана алабыҙ, — тине.

Владимир Ильич, кире ҡағып, башын һелкте.

— Юҡ, мин ашханаға йөрөмәйәсәкмен. Әгәр инде һеҙ йомортҡа менән май тапһағыҙ, иртәнге һәм киске ашты мин үҙем дә әҙерләй алам. Әммә һеҙ мине газеталар менән мотлаҡ тәьмин итергә тейешһегеҙ — был бер.

— Питерҙән поезд кис килә, икенсе көндө иртә менән бөтә тазеталар ҙа һеҙҙең өҫтәлдә булыр.

— Иртәнсәк түгел, — тип ҡаршы төштө Владимир Иль­ ич, — ә шул көндө кис, поезд килеп бер сәғәт уҙғас та. Икен­ сенән, минең мәҡәләләремде, хаттарымды Петербургка ебәреү «сөн уңайлыраҡ юл табыу хаҡында бөгөн үк хәстәрлек күрер­ гә кәрәк. Кеҙҙең шундай мөмкинлегегеҙ бармы?

Ровио уйға ҡалды.

— Эйе, мөмкинлек бар. Минең бер дуҫ Петербург менән Гельсингфорс араһында йөрөй торған почта вагонында эш­ ләй, ул да элекке Питер эшсеһе. Мин уны күптән беләм.

— Уға ышанаһығыҙмы?

— Ныҡ ышанам. Ошо көндәрҙә мин уның менән осрашам.

— Ошо көндәрҙә — бер ҙә асыҡ түгел бит әле, мин хәҙер мәҡәлә яҙырға ултырам, иртәгә уның аша был мәҡәләне ебә­ рергә кәрәк.

Владимир Ильич яҙыу өҫтәле эргәһенә килде лә сумаҙаны­ нан газеталар, ҡағыҙҙар, перолар алып, һәр саҡ ошонда эш­ ләгән кеше һымаҡ, уларҙы өҫтәлгә теҙеп һалды.

— Әйтегеҙ әле, квартиранан сығып китеү өсөн икенсе юл бармы?

— Бар, ихатаға сыға торған артҡы ишек бар, ә ихатанан икенсе урамға сығып китергә була., 93
Закрыть