Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 91.

Шотман бик ваҡытлы килде. Әгәр ҙә ул аҙ ғына һуңлаһа, Ровио бәлә килтереп сығарған булыр ине. Контрразведка вә­ киле, дөрөҫ, бик әҙәпле генә итеп, ләкин ҡәтғи рәүештә Ровиоға үҙенең аппаратын Финляндияла йәшеренеп йәшәү ихтималы булған Ленинде эҙләүгә юнәлтергә тәҡдим итте. Әгәр ҙә Шотман алдан иҫкәртеп ҡуймаған булһа, Ровио өҫтөн­ дәге ерәндергес мундирҙе һалыр ҙа был выжданһыҙ йәш кешенең битенә атып бәргән булыр ине. Хәҙер инде ул үҙен ҡайһылай тоторға кәрәклеген белә.

— Ярай, ярай, тыныс булығыҙ. Бөтә көсөбөҙгә тырышыр­ быҙ.

Контрразведчик Ровионан: — Ленинде тотҡан өсөн ике йөҙ мең һум аҡса вәғәҙә ите­ леүе һеҙгә билдәлеме? — тип һораны.

— Шулай ҙа аҙыраҡ, аҙыраҡ. Каранланғайдар, — тине Ровио.

— Мин шул сумманы ала алһам да үҙемде бик бәхетле һанар инем, — тип көрһөнөп ҡуйҙы контрразведчик.

— Мин аңлайым, баш тартмаҫ инегеҙ, әлбиттә. Ләкин ба­ рыбер осһоҙлатҡандар...

Кис булғас, Ровио, күнәк, сепрәк алып, иҙән йыуҙы, квар­ тираһын йыйыштырҙы, ишеккә йәнә бер йоҙаҡ ҡуйҙы. Көндөҙ телефон шылтырағанын көтөп үҙенең эш кабинетендә ултыр­ ҙы. Владимир Ильичте Лахтиҙән Гельсингфорсҡа алып килер­ гә тейеш булған социал-демократ Карло Вииктең шылтыра- тыуын көттө.

Ахыр сиктә телефон шылтыраны.

— Бөгөн кис һин ни эшләргә уйлайһың? — тип һораны телефондан тоноҡ тауыш, — Кис мин буш. Инеп сыҡ, һөйләшеп ултырырбыҙ.

— Улайһа киске сәғәт ун берҙә Хагнеспарктың майҙанға сыға торған мөйөшөндә осрашайыҡ.

— Ярай, — тип ғәмһеҙ генә яуап ҡайтарҙы Ровио, тул- ҡынланыуын саҡ-саҡ тыйып.

Гражданский костюм кейгән Ровио сәғәт ун берҙәр тирә­ һендә паркта ине инде. Ьалҡынса ел иҫә, ямғыр һибәләй. Паркта ял итеүселәр күҙгә салынмай. Аллея буйлап ике кеше атлай. Көмөрөрәк кәүҙәле бәләкәй буйынан, күҙлегенең ялты- рауынан Ровио Виикте таныны. Ә уның менән йәнәш, саф һа­ уа һулап зауыҡланғандай, иркен һәм киң баҫып, Ленин атлай ине.

Ровио, конспираторҙар ғәҙәтенсә, туҡтап тормайынса, улар эргәһенән уҙып китте. Виик үтеп барышлай: •92
Закрыть