Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 9.

уны ихтирам менән генә миңә кире бирәсәктәр, — тип көлөм­ һөрәп ҡуйҙы Шотман, кеҫәләренең эске яғын өйләндереп һәм: тәмәке сүбен ҡаҡҡылап.

Владимир Ильич ҡаштарын йыйырып ҡуйҙы. Бындай һүҙ­ ҙәрҙе ишетеү ҡыйын да, ҡыҙғаныс та ине уға. Георгий Вален­ тинович — Россияла марксизмдең элекке пионере хәҙер юн- керҙәр өсөн файҙалы, Гучковтар һәм Милюковтар тарафынан ихтирам ителгән кешегә әйләнһен әле — етмәһә ошондай хәл: иткес ваҡытта!

— Был бер профессорҙың лекциялары яҙылған дәфтәр тин әйтеү яҡшыраҡ булыр, — тине Владимир Ильич, күңелһеҙ генә итеп.

Ул, берәй яҙыу-фәлән ҡалмағайы тип, ҡыуыштағы бесән­ де йәнә бер ҡат әйләндереп-ҡуҙғатып ҡараны. Эске түш кеҫә­ һендәге инглиз булавкаһын ысҡындырып, пропускыһын алды. Был — уға, Сестрорецк ҡорал заводы эшсеһе Иванов Констан­ тин Петровичкә, заводҡа инеү өсөн рөхсәт пропускыһы ине.. Сестрорецк милиция комиссияһының мисәте документтә ап- асыҡ күренеп тора. Ошо ҡәһәрле мисәтте алыр өсөн ике көн ваҡыт әрәм булды.

— Йә, ҡуҙғалдыҡмы? — тип һораны Владимир Ильич: эргәһенә килгән Емельяновтан.

— Саҡ ҡына көтәйек, ҡараңғы төшһөн инде, — тине те­ геһе, көрһөнөүен тыйып.

Ҡыуышта бергә ғүмер кисергән ошо бер ай ваҡыт эсендә* Николай Александрович бөтә йөрәктән Ильичкә эҫенде. Уның эргәһенә, большевик Емельянов эргәһенә, партия вәкиле килеп,. Ваҡытлы хөкүмәттең эшселәр синыфы юлбашсыһын юҡ итер­ гә әҙерләнеүен әйткәс, Николай Александрович бер ниндәй икеләнеүһеҙ Ленинде йәшерергә ризалыҡ белдерҙе. Ул Влади­ мир Ильичкә йәшеренергә һәм уңайлы мәлгә тиклем шымып торорға кәрәклеген аңлай ине. Әммә тәүге көндән үк үҙенең яңылышыуын төшөндө. Ильич революцион көрәш майҙанынан китергә уйламай ҙа, ул бары икенсе, яйлыраҡ позиция ғына һайлаған икән.

Көндәр сыуаҡ торғанда, төпһәгә ултырып, ямғырлы көн­ дәрҙә, яҡтыраҡ булһын өсөн, башын ҡыуыш ауыҙына ҡуйын: ятҡан килеш Владимир Ильич бер ҡағыҙ бите артынан икен­ сеһен яҙыуҙар менән тултырҙы, һүҙҙәре менән дошманға мәргән атты, пролетариаттың көсөн ойошторҙо.

Таң менән тороп, күл буйына сыҡһа, уны ҡәҙимге ябай бер крәҫтиән тиерһең; усаҡ янына килеп киске ашҡа ултыр­ һа, бүтәндәр шикелле үк, ашы таммаһын өсөн, икмәген ҡалаҡ: аҫтына ҡүя, башҡалар кеүек үк яңағын усына һалып йоҡлай- 10
Закрыть