Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 88.

Владимир Ильич шунда уҡ өҫтәге полкаға менеп ятты. Ва­ гондарға яға башлағандар икән, эҫе. Ҡалын итеп һыланған грим аҫтында бит тирләй башланы. Владимир Ильич тәүҙә* ҡулъяулығын һаҡлыҡ менән генә битенә тейҙергеләне, аҙаҡ уны мендәре өҫтөнә йәйеп һалды һәм үҙе лә һиҙмәҫтән йоҡоға талды. Ул йоҡонан уянғанда, яҡтырып килә ине инде. Грим ирегән дә ҡулъяулыҡ ҡара таптарға буялған, бөҙрә ҡара һа­ ҡал да мендәр өҫтөндә ята. Владимир Ильич уң күҙенең өҫтөн һәрмәп ҡараны, йәбештереп ҡуйылған ҡашы ла юҡ ине. Ул полканан ырғып төштө лә Карлды уятырға кереште.

Карл йоҡонан юнләп арынмаған күҙҙәре менән юлдашына ҡараны ла ҡапыл һикереп тороп ултырҙы. Уның ҡото ос­ ҡайны.

— Их, иблес! — тип мығырҙана-мығырҙана кеҫәләрен аҡ­ тарырға тотондо.

Тик уның кеҫәһендә көҙгө киҫәгенән башҡа бер нәмә лә юҡ ине. Кәрәк-яраҡтар һалынған сумаҙан икенсе вагондағы Кус- таала ҡалды. Хәҙер битте таҙартыу өсөн вазелин, ҡайтанан һалыу өсөн грим, һаҡал менән ҡашты йәбештереү өсөн елем кәрәк бит.

Владимир Ильич графиндән ҡулъяулығына һыу ҡойҙо ла битендәге майлы гримде саҡ-саҡ һөртөп алды, йәбешеп ҡал­ ған һаҡал төктәрен һәм икенсе ҡашын көскә ҡуптарып таш­ ланы. Наҡалһыҙ аҡ йөҙҙә ыҫмалалай ҡап-ҡара парик бөтөн­ ләй ят булып күренде. Поезд Лахтигә етеп килә.

Владимир Ильич эшләпәһен маңлайына төшөрөбөрәк кей­ ҙе лә коридорға сыҡты.

Проводник, һаҡалһыҙ пасторҙы күргәс, баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. Владимир Ильич әкрен генә баш эйҙе. Провод­ ник ашыҡмай, олпат ҡына атлап барыусы пасторҙы, вагон стенаһына һырышып, үҙ эргәһенән үткәреп ебәрҙе лә, кистән пастор миңә һаҡаллы булып күренгән генәлер, моғайын, тип уйлап ҡуйҙы.

Вокзал артында Шотман һәм Кустаа менән осраштылар. Владимир Ильичте гримһеҙ күргәс, Александр Васильевич телдән ҡалды.

— Гримегеҙҙе ниңә һөрттөгөҙ? — тип һораны ахырҙа Шотман.

— Ул үҙенән-үҙе һөртөлдө, һаҡал да ҡубып төштө, — тине Владимир Ильич, мәғәнәле итеп, һәм Кустаа ҡулындағы гримле сумаҙанға ҡарап алды. — Кеҙ шнурлы күҙлек кейеүен кейҙегеҙ, әммә эште ойоштороуҙа тағы ла яңылыштығыҙ, — тине Владимир Ильич, — ә хәҙер минең дәфтәрҙе бирегеҙ' инде.

89*
Закрыть