— Константин Петрович! — тип ҡысҡырып ебәрҙе Люли, хайран ҡалып.
Карл ҙур ҡәнәғәтләнеү менән сикәһендәге һирәк кенә сәс тәрен һыйпап ҡуйҙы. Уның бөтә ҡыланышы, бөтә ҡиәфәте: «Ә һеҙ минең булдыра алыуыма шикләнгәйнегеҙ», — тип әйтә ине кеүек.
— Иҫ киткес булған! — тине Люли, көлөп. — Беҙҙе хатта ҡатынығыҙ ҙа танымаҫ ине.
Владимир Ильич Люли менән үҙ бүлмәһенә инеп китте. Ул йотлоғоп-йотлоғоп Надежда Константиновнаның хатын уҡып сыҡты ла газеталарҙы, китаптарҙы юл сумкаһына һал ды. Бәләкәй генә аҡ тоҡҡа сохари тултырылғайны.
— Ә таҫма алып ҡайттығыҙмы? — тип һораны Владимир Ильич.
— Алып ҡайттым, — тине Люли, — әммә Надежда Конс тантиновна ни өсөн һеҙгә эшләпәгә ҡуйырға ҡара таҫма кә рәклеген белә алмай баш ватты. Үҙ ғүмеремдә тәүге мәртәбә уның ни әйтергә теләүен аңлай алманым, ти.
Кис булғас, һуң ғына юлға сыҡтылар. Петр Генрихович ҡунағын урман ауыҙына тиклем оҙата барҙы һәм уны аталар са ҡосаҡлап хушлашты, Анна Михайловна уға хәйерле юл теләне. Владимир Ильич аҡланға һәм тәҙрәләрендә ут янған бәләкәй генә өйгә боролоп ҡарап алды.
— Беҙҙә иҫ киткес һәйбәт. Әгәр ҙә рөхсәт итһәгеҙ, ҡаты ным менән һеҙгә ял итергә килермен.
— Рәхим итегеҙ, — тине Анна Михайловна.
— Ул осрашыу ҡасан булыр икән һуң? — тип ҡыҙыҡһын ды Петр Генрихович.
— Бик, бик тиҙҙән булыр тип уйлайым, — тип ышаныслы итеп әйтте Владимир Ильич.
Владимир Ильич, Шотман, артистәр һәм Эдвард ҡалҡыу лыҡтан төштөләр ҙә ауыл ситенән генә Каукярви күле янына килеп кәмәгә ултырҙылар. Кәмәлә аръяҡҡа сыҡҡас, улар ур ман һуҡмағынан Териоки станцияһына табан юнәлделәр. Платформала кеше күҙенә салынмаҫ өсөн, поезды урман буйында көтмәксе булдылар. Поезд килергә һанаулы ғына минуттар ҡалғас, перронға сыҡтылар.
Шотман төрлө вагондарҙағы икешәр урынлы ике купегә билеттәр алды. Бер вагондағы купегә Владимир Ильич менән Карл, икенсеһенә Шотман һәм гримдәр һалынған сумаҙан тотҡан Кустаа ултырҙы.
Проводник пасторғах ихтирам менән баш эйҙе лә уны ку пегә оҙатып ҡуйҙы.
<88