Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 85.

белмәй ине, һәм был шәмбе кис улар иртәгә таңдан уҡ Коости -ағай менән бәшмәк йыйырға барабыҙ тигән өмөт менән йоҡ­ ларға яттылар.

Анна Михайловна хушлашыу бәлеше бешерергә кереште.

Актерҙарҙың береһе — оҙон, һомғол кәүҙәле, күпереп торған <аҡһыл бөҙрә сәслеһе — һис шикһеҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙың эс-бауы­ рына инеп барыусылар ролен уйнайҙыр. Ә икенсеһе, мыҡты кәүҙәлеһе, сикәһендәге сал сәстәре һирәгәйә башлағаны, яуыз кешеләр ролен башҡаралыр, моғайын. Беренсеһе — Кустаа, икенсеһе — Карл исемле икән.

— Йә, эшкә тотонайыҡ, — тине Владимир Ильич, ултыр­ ғысҡа ултырып.

Петр Генрихович көҙгө ватығы килтереп бирҙе.

— Пасторҙың ниндәй булырға тейешлеген һеҙ яҡшы белә­ һегеҙме һуң? — тип ҡыҙыҡһынды Владимир Ильич.

— Бик яҡшы беләм, — тип профессиональ ғорурлыҡ менән яуап ҡайтарҙы Карл. — Мин үҙем пастор булып уйнайым, был минең иң төп ролем. Мин һеҙҙе сәхнәгә сығырлыҡ итер­ мен.

— Ә мин тормоштағыса булырға теләр инем, — тине Вла­ димир Ильич.

Петр Генрихович бүлмә тупһаһы төбөнә баҫҡан да төтөнөн ярым асыҡ ишеккә табан өрөп, төрөпкәһен һура.

— Пасторҙың фотографияһы бар миндә, — тине ул. — Лю- лигә конфирмация булғанда, уларҙы пастор менән бергә фотоға төшөрөп алғандар. Хәҙер эҙләйем әле.

Карл Владимир Ильичтең битенә грим һалырға кереште.

Петр Генрихович фотографияны табып килтерҙе. Унда ҡа­ ра мундирле бер нисә малай һәм аҡ күлдәк кейгән ҡыҙҙар, шулар араһында Люли ҙә бар. Уртала шаушағына уҡ еткән манжетле, киң еңле оҙон халат кейгән пастор ултыра, ул һа­ ҡалын ҡыҫҡа ғына итеп ҡырҡтырған, оҙон аҡ яғаһы күкрә­ генә тиклем еткән, муйынына йыуан сылбырлы тәре таҡҡан. Пасторҙың башы яп-ялтыр.

— Миңә лә, шундай киң күлдәк кейеп, муйынға тәре та­ ғырға тура киләме ни? — тине Владимир Ильич, ҡаштарын йыйырып.

— Юҡ, — тип ҡәтғи генә әйтеп ҡуйҙы Карл. — Урамда йөрөгәндә пастор оҙон сюртук кейә, ошо аҡ яғаһы күренеп тора. Тәре менән мантия ғибәҙәт ҡылғанда ғына кәрәк уға.

— Ә бейек түбәле эшләпәгә ҡара таҫма ҡуйыла. Шулай­ мы? Минең эшләпәм бар, ҡара таҫманы миңә бөгөн килтерә­ сәктәр, — тине Владимир Ильич. — Ярай улайһа, мине ошо пасторға оҡшатырға тырышығыҙ инде.

86
Закрыть