Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 84.

— Күңел бер ҡасан да тыныс булмай ул. Беҙ күңелде тынғыһыҙларға һәр саҡ сәбәп табасаҡбыҙ, — тип көлдө^ Круп­ ская. — Йә, хәйерле юл. Иртәнән һуңға иртәнге сәғәт yli берҙә һеҙҙе ошо урында көтәм.

14. ЯҢЫНАН ЯҢЫЛЫШЛЫҠ Шулай итеп, артабан ҡуҙғалырға, иғтибарҙан ситтәрәк булырға, Питер менән, иптәштәр менән бәйләнеш тотоу яйлы­ раҡ булған ҙур ҡалаға, Гельсингфорсҡа, юл тоторға кәрәк ине.

Ленинде күсереүҙе ойоштороу эше йәнә Александр Василь­ евич Шотманға тапшырылды. Арыу-талыуҙы белмәй торған,, төрлө әкәмәттәр уйлап сығарыусы һәм тәжрибәле конспиратор был юлы Владимир Ильичкә пастор... булып барырға тәҡдим итте.

— Пастор булыпмы? — тип аптырап ҡалды Владимир^ Ильич. — Ҡайҙан килде был уй башығыҙға?

— Пастор булып ҡына барырға мөмкин, башҡаса түгел, ни өсөн икәнен хәҙер аңлатам. Беренсенән, Ленинде руханиҙар араһынан эҙләргә бер кемдең дә башына килмәйәсәк. Юнкер­ ҙәр һеҙҙе арманһыҙ булып эшселәр араһынан эҙләйҙәр. Икен­ сенән, Финляндияла пастор бик ихтирам ителә һәм тейелмәй торған шәхес, өсөнсөнән, һеҙ фин телен белмәйһегеҙ бит?’ Шуға күрә лә, берәй хәл килеп сыҡһа — латинсә һалдырығыҙ,, ә латинсә һеҙ хатта Рим папаһының үҙе менән ярыша алаһы­ ғыҙ. Дүртенсенән, Владимир Ильич, был юлы мин, энәһенән ебенә тиклем тикшереп, һәммәһен дә уйлағанмын, тамсы ла хата табылырлыҡ түгел. Планды үҙгәртеп маташмайыҡ.. Ә һеҙҙе гримләргә Гельсингфорстан белгестәр киләсәк.

— Куң улар ниндәй гримерҙар?

— Ышаныслы иптәштәр, эшсе социал-демократтар. Поли­ тик яҡтан тел тейҙерерлек түгелдәр.

— Пастор яһай алырҙармы һуң улар минән?

— Белгестәр тинем бит инде.

Владимир Ильич ризалашты һәм Надежда Константинов- наға хaт яҙҙы.

Шәмбе көндө кис ике фин килде. Гельсингфорс Халыҡ йортондағы үҙешмәкәр театрҙа ҡатнашыусылар, социал-де­ мократтар ине улар. Партия ҡушыуы буйынса улар бер рус большевиген пастор итеп гримләргә һәм Финляндияның Лахти ҡалаһына тиклем оҙатып барырға тейештәр ине.

Ҡәҙерле ҡунаҡтың китеү хәбәрен ишеткәс, Петр Генрихо- вичтең асыҡтан-асыҡ кәйефе ҡырылды. Балалар бер нәмә лә 85»
Закрыть