Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 83.

лек ярҙамында, тәржемәсенән башҡа эш итеүҙе яҡшыраҡ күрә. Ҡыҙыл һәм зәңгәр ҡәләм — газета өҫтөндә эшләгәндә* кәрәк. Ул политик хәл тураһындағы тезистәрен (съезға), Со- веттәр съезында һуғыш хаҡында һөйләгән телмәрен, «3—4 баһаға ҡарата VII» мәҡәләһен, Рейнштейн мәҡәләһен һора­ ған — партиялағы һуңғы хәлдәргә күҙәтеү яһарға йыйына,, күрәһең. Кем өсөн? Үҙәк Комитеттең Сит ил бюроһыналыр, моғайын. Шифр һәм шартлы открыткалар хатлашыу өсөн кәрәк.

Партиялағы иштәштәр, уның менән, Надежда Константи­ новна менән, бәйләнеш тотоуҙа открыткалар мөһим ысул ине. Әйтәйек, роза сәскәләре төшөрөлгән открытка килә икән, был инде уның эргәһенә ашығыс рәүештә курьер ебәрергә кәрәклек­ те аңлата, ә ниндәй ҙә булһа мәхлүҡ һарыҡтар төшөрөлгән открытка ебәрһә, был йәшәгән урынымды үҙгәрттем, яңы адресте химик ҡара менән яҙылған киләһе хатта эҙләргә кә­ рәк тигән һүҙ була.

Владимир Ильич икмәк тә һораған. Надежда Константи­ новна төрмәгә «ҡара һауыты» яһар өсөн йомшаҡ икмәк һәм китап юлдары араһына партияның беренсе программаһын яҙыр өсөн һөт илткән күптәнге замандарҙы хәтеренә төшөрҙө. Ә хәҙер уға икмәк ашарға кәрәк. Петроградта икмәк мәсьәлә­ һе насар, Финляндияла ла арыу түгелдер, моғайын. Шуға күрә Владимир Ильич үҙе йәшәйәсәк йорттағы кешеләргә ауырлыҡ һалырға теләмәй, «уға сохари киптерергә тура ки­ лер», — тип уйлай Надежда Константиновна. Тик бына эш­ ләпәгә ҡуйырға ҡара таҫма ни өсөн кәрәк булды икән? Хәҙер эшләпәгә ҡара таҫма түгел, һоро, көрән таҫма ҡуялар ҙабаһа.

— Эшләпә өсөн ҡара таҫма ниңә кәрәк булды икән уға* һеҙ белмәйһегеҙме?

— Белмәйем шул, был хаҡта ул миңә бер нәмә лә өндәш­ мәне.

Надежда Константиновна яурынын һикертеп ҡуйҙы лаг берәй нәмә онотолоп ҡалмаһын тип, яҙыуҙы ҡайтанан уҡый башланы.

Люли ҡағыҙ биттәрен китап эсенә йәшерҙе.

— Суйын шикелле ауырайҙы был китап, — тине ул, уны ҡулында үлсәп ҡарап.

— Ә һеҙ уны сумкағыҙға һалығыҙ, уҡымағыҙ, юғиһә йәнә берәй бәндә ҡыҙыҡһыныр ҙа китабығыҙҙы күрһәтегеҙ әле, тип бәйләнер. Вагонда онотолоп ҡалһа ла йәл булмаҫлыҡ икенсе берәй китап уҡығыҙ.

— Китап ҡулымда булмаһа, минең күңелем тыныслыҡ тапмаҫ.

84
Закрыть