— Георгий Валентинович ғүмеренең яртыһынан күберә- ген тыуған иленән айырылып ситтә йәшәне. Рус эшселәр си ныфын бынан утыҙ ете йыл элек үҙе ҡалдырып ниткәндәге һымаҡ күҙ алдына килтерә ул, ике революция яһаған проле тариаттың ошо ваҡыт эсендә ни тиклем үҫкәнен аңлай алмай ул. Йәш тә үҙенекен итәлер, күрәһең, уға алтмыш йәш бит инде... Ә теге үткенсе, янъялсы Алексинский беҙгә күптән билдәле, Ильич уға гел генә ерәнеп ҡараны. Ҡиәфәте генә лә сирҡаныс бит — аяҡтары ҡыҫҡа, мөнтәлгән тырнаҡлы ҡул дары оҙон. Фу!.. Йә, үҙегеҙ нимә алып килдегеҙ?
Люли китабын аҡтарырға кереште. Ахыр сиктә китап бит тәре араһына бүлгеләп һалынған мәҡәлә йыйылып бөттө. Шифр менән яҙылған яҙыу ҡайҙа һуң? Ул папирос ҡағыҙына яҙылғайны. Люли китап биттәрен елберҙәтеп ҡатырғаһынан тотоп ҡаҡҡылай башланы. Надежда Константиновна уны ты нысландырып : — Ьеҙ хафаланмағыҙ. Бер ҡайҙа ла китмәҫ ул. Үҙемдән генә лә беләм. Бер ҡасан да бер нәмә юғалтҡаным юҡ юғын,, шулай ҙа борсолорға тура килгәне бар, — тине.
Эҙләй торғас, шифр менән яҙылған яҙыу ҙа, Крупскаяға тигән тар оҙон ҡағыҙ ҙа китап эсенән алынды.
— Хәл-әхүәлдәрен һөйләгеҙ әле, нисегерәк йәшәй ул унда? Почта ваҡытында килмәһә, көйәләнә торғандыр инде. Беҙгә асыуланамы?
— Владимир Ильич көйәләнәме? — тип аптырап ҡуйҙы Люли. — Бер ҙә улай түгел! Ял итә, минең ҡустыларым менән күмәкләшеп һыу ҡойонорға бара, бәшмәк йыйырға йөрөй, асыулана беләме ни ул? Хәйер, беләлер, — тине Люли һәм Владимир Ильичтең поезд расписаниеһен яҡшылап асыҡла мағандары, һаҙлыҡ аша булған юлды ентекле тикшермәгән дәре өсөн, Эйно менән Шотманды утлы табаға баҫтырып алыуын иҫенә төшөрҙө.
— Нисегерәк белә әле! — тип көлдө Надежда Константи новна. — Ял итеп, һыу ҡойоноп ҡына йөрөймө ни? Хатта эш ләмәй ҙәме әллә?
— Эшләй, әлбиттә. Иртән ҡустыларым йоҡонан уянғансы эшләп ала, шунан һуң улар менән күл буйына йәки урманға китә, ҡайтҡас, тағы ла эшкә сума. Төшкө аштан һуң атайым менән һөйләшергә ярата, улар бик дуҫлашып киттеләр. Бер аҙҙан йәнә өҫтәл янына килеп ултыра, унан инде күпме эшлә гәнен белмәйем. Беҙ йоҡларға ятабыҙ, ә уның бүлмәһендә һаман ут яна.
— Мин бында таҙа кейемдәр, ҡайһы бер китаптар алып килдем. Быларын ҡурҡмайынса алып ҡайтырға мөмкин, ә 82