Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 80.

Был ҡыҙҙың күҙҙәрендә ул үҙенә, Алексинскийгә, ҡарата нәфрәт, ытырғаныу барлығын күрҙе.

Прогрессив фин яҙыусыһы Силланпяяны уҡый алырлыҡ белемле ҡыҙҙың уны, Алексинскийҙе, танымауы мөмкин тү­ гел. Ә уның күҙҙәрендә күпме нәфрәт...

Люли, китабын күкрәгенә ҡыҫып, урынынан торҙо ла, ҡыҙарып янған йөҙөн аҫҡараҡ эйеп, вагон ишегенә табан юнәлде. Кәм үҙе: хистәремде тыйып ҡала алһам, был бәндә­ ләрҙе ысын исемдәре менән атамаһам, уларҙы күрә алмауым- ды белдермәһәм генә ярар ине, тип уйланы; күңеленән.

13. УЙЫН-ЙОМАҠ Люли тыҡрыҡ мөйөшөндә, ботинка бауын бәйләгән булып, аҫҡа эйелде лә күҙ асып күҙ йомғансы тирә-яғын байҡап алды. «Ҡойроҡ» күренмәй ине. Бер ҡатлы йорт янына килеп ‘Өткәс, йорт алды баҡсаһының бәләкәй ҡапҡаһын этәреп асты ла күтәрмәгә менеп баҫты. Ҡулдары дерелдәп тора, асҡыс йоҙаҡ егенә тап килмәй. Тырыша торғас, ишек асылды, Люли бүлмәләр буйлап йөрөп сыҡты. Берәү ҙә юҡ. Уға иренең иптә­ ше үҙенең квартира асҡысын ҡалдырғайны. Ул үҙе туғанда­ ры менән бергә йәшәй, ә Люли бына Надежда Константиновна менән осрашыр өсөн килә. Люли, ҡулына китабын тотҡан ки­ леш, өҫтәл эргәһенә килеп ултырҙы.

Күтәрмәлә еңел генә аяҡ тауышы ишетелде, унан ишек шаҡынылар. Был — Надежда Константиновна. Люли, ҡабала- на-ҡабалана ишек асып, «һаумыһығыҙ» тип әйткәс тә, вагон­ дағы осрашыу хаҡында һөйләй ҙә башланы.

— Мин Алексинскийҙе шунда уҡ таныным, — тип тамам­ ланы ул һүҙен, — уны ҡыҫҡа аяҡтарына, оҙон ҡулдарына ҡарап таныным. Икенсеһе — һаҡаллы, тәкәббер ҡиәфәтле, уныһының да йөҙө таныш төҫлө күренде. Миңә ул Плеханов һымаҡ тойолдо. Ләкин бындай хәлдең булыуы мөмкинме һуң?

— Бик мөмкин, — тип сабыр ғына яуап ҡайтарҙы Надеж­ да Константиновна. — Ул кеше Плеханов үҙе йәки уның фе­ керҙәштәренең берәйһе булыуы мөмкин. Әлеге һүҙҙәр тап уның фекерҙәре, уның хәҙерге позицияһы. Ләкин инде ул Ильич ихтирам иткән Плеханов түгел. Эшселәр синыфы эше­ нә хыянат итеүсе, ренегат ул хәҙерге Плеханов, шуға күрә лә Ильич уға ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып бара.

— Тик шуныһы ғәжәп, нисек һуң ул марксистән эшселәр синыфының яуыз дошманына әйләнгән. Был бит үҙ-үҙеңде, үҙ тәғлимәтеңде мыҫҡыл итеү ҙәбаһа.

Надежда Константиновна уйға ҡалды.

81
Закрыть