Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 8.

ултырт әле, мотлаҡ үҫеп китер». «Ниндәй кеше ул! — тиҙәр ине эшселәр уның хаҡында. — Кәр төрлө политик фе- ҡерҙәрҙе ғүмерең буйына ла төшөнә алмаҫтай булаһың, ә ул дөрөҫлөктө усыңа һала ла бирә». Ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итә алмайынса ҡаңғырған саҡта көрәштәш дуҫтары: «Быны бары Ильич кенә хәл итә ала», — ти торғайнылар.

Күп кеше ҡатнашҡан митингеләрҙә сығыш яһағанда ҡу­ лын алға табан һелтәү Ильичкә хас сифат түгел ине, уның ҡул хәрәкәте һәр саҡ үҙенә, йөрәгенә табан юнәлә торғайны.

...Миләш ағасы төбөндә, һүнгән усаҡ эргәһендә, Шотман, Рахья һәм Емельянов ултыра^ Улар тәмәке тарталар.

Владимир Ильич ҡыуыштан башын сығарып ҡараны ла, ҡулы менән ишара яһап, Шотманды үҙ янына саҡырҙы, уны өйәртеп эскә инеп китте.

— Дәүләт һәм революция тураһындағы яңы хеҙмәткә ҡа­ рата минең билдәләрем яҙылған дәфтәр был, Александр Ва­ сильевич. Бик кәрәкле, бик мөһим хеҙмәт. Мин яңы урынға урынлашҡансы, һеҙ уны үҙегеҙҙә һаҡлап тотоғоҙ. Әгәр ҙә мәгәр эләгә-нитә ҡалһаҡ — һеҙ мине белмәмеш кеше булығыҙ, бер ниндәй ваҡиғаға ла ҡатнашмағыҙ. Һеҙҙең бурыс — дәфтәр­ ҙе һаҡлау. Ә инде мине үлтерә-нитә ҡалһалар...

Шотман ризаһыҙлыҡ белдереп ҡулын күтәрҙе.

— Эйе, эйе, барыһы ла булыуы мөмкин. Ул саҡта был дәфтәрҙе Үҙәк Комитеткә тапшырығыҙ. Ҡайһылай ғына ҡыйын булһа ла, дәфтәрҙе һаҡлағыҙ, унда бик күп мөһим яҙ­ малар бар. Башҡа ҡағыҙҙарҙы мин Сашаға бирҙем, уларҙы ул һарайға йәшерәсәк. Ул ҡағыҙҙарҙы алырға Үҙәк Комитеттән берәй иптәште ебәрәсәктәр. Кеҫәгеҙҙә һеҙҙе уңайһыҙ хәлгә ҡалдырырҙай ҡағыҙ-фәлән юҡмы? Ҡоралығыҙ юҡмы?

— Юҡ, — тип яуап ҡайтарҙы Шотман.

— Тағы бер мәртәбә кеҫәләрегеҙҙе ҡарап сығығыҙ, — тип кәңәш бирҙе Владимир Ильич. — Көтмәгәндә дәфтәр менән юнкерҙәр ҡулына эләкһәгеҙ, ни эшләрһегеҙ?

Шотман уйға ҡалды. Эйе, юнкерҙәр ҡулына эләгеү — уйын түгел. Дворян балалары, юнкерҙәрҙең хәрби училищеһендә тәрбиәләнеүселәр эшселәр ойошмаларына ҡаршы, болыневик- тәр партияһына ҡаршы булған заговорҙа контрреволюцион Ваҡытлы хөкүмәттең ышаныслы таянысына әйләнде. Юнкер­ ҙәр шымсылар хеҙмәтен дә, полиция погромщиктәре бурысын да үтәй. Ленинде эҙләп табырға һәм уны юҡ итергә тип улар Евангелие китабына табынып, «офицер намыҫы» менән ант иттеләр.

— Мин был дәфтәрҙә Плехановтың һуңғы өгөт-нәсихәттә­ ре яҙылған тип әйтермен, улар ҡарап та тормаясаҡтар һәм 9
Закрыть