— Кикереп сыҡмайынса «һоп» тимәгеҙ әле... Контрраз ведка ҡарғаһының асыҡ ауыҙ булыуына мин яуап бирмәйем. Үҙ ваҡытында уны ҡулға алһалар, һеҙ ул Дәүләт кәңәшмәһе нә барып та йөрөмәҫ инегеҙ. Ленин хәҙер политик яҡтан да, физик яҡтан да йәшәүҙән туҡтаған булыр ине.
Эх, әгәр ҙә шул китабы ҡулында булмаһа! Владимир Иль ичтең ҡәтғи күрһәтмәһе һәм яуаплылыҡ тойғоһо булмаһа, Люли улар менән ҡайһылайыраҡ һөйләшергә белер ине...
«Тыныс бул, сабыр бул. Эйно өйрәткәнсә, егермегә тиклем һана ла, шул ваҡыт эсендә үҙ-үҙеңде ҡулға алырһың».
Ләкин Люли уларҙың иғтибарын нимә менәндер үҙенә тартты буғай.
— Туташ Силланпяя менән ҡыҙыҡһынамы ни? — тигән тауыш ишетелде башы өҫтөндә. — Нимә уҡыйһығыҙ? Ҡарар ға рөхсәт итегеҙ.
Люли ишетмәмешкә һалышты, уның йөҙөнә ҡыҙыллыҡ югерҙе, ҡолаҡ остары яна башланы.
— Туташ, ҡарарға рөхсәт итегеҙ әле, — тип ныҡышып та лап итте Кәтүк.
Люли күҙҙәрен аҡайтып ҡараны.
— Ах, ниндәй асыулы!
Люлиҙең йөрәге тибеүҙән туҡтағандай булды. Уның ҡар шыһында Алексинский ултыра ине.
Люли уны белә, телмәрҙәрен дә ишеткәне бар, ҡасандыр уның һүрәте газета биттәренән төшмәй торғайны. Ленингә ҡаршы әлеге бысраҡ яла яғыу кампанияһын ойошторған Алексинский ине был.
«Бер аҙ йылмай, исмаһам», — тип өгөтләне Люли үҙен-үҙе, тик йылмайыу урынына, ирендәре генә мыҫҡыллы ҡыҫылды, ҡурҡыуҙан, асыуы ҡабарыуҙан, күҙҙәре шарҙай булды.
— Мин һеҙҙе аңламайым, — тип мығырҙаны Люли фин телендә.
— Көйкөмлө чухоночка, — тип Алексинский ҡулын ки тапҡа табан һуҙҙы.
Люли китабын йәһәт кенә артына йәшерҙе лә, хатта һике рергә ынтылғандай, аяҡтарын хәрәкәтләндереп ҡуйҙы. Унан арҡаһын ағас эскәмйәгә терәп, асыулы күҙҙәре менән Алек- синскийгә текләп ҡараны.
— Шул шаярыуығыҙҙы ташлағыҙ әле, Григорий Алексан дрович. Күрмәйһегеҙме ни, был һөйкөмлө туташтың ҡотон алдығыҙ бит, — тине йомшаҡ тауыш.
— Ҡырыҫ! Чухонка! — тип ҡуйҙы Алексинский, йәне көйөп.
80