Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 78.

буржуазия менән контрреволюцион килешеүҙә ҡатнашасаҡ был әҙәм кем икән һуң? Моғайын, меныневиктер.

Бағанай һүҙен дауам итте: — Уңға ҡарап, әгәр ҙә мәгәр шундай килешеү төҙөлмәй икән, һеҙ һәләк буласаҡһығыҙ, тип һөйләйәсәкмен, һулға ҡа­ рап, һеҙҙе лә шул уҡ хәл көтә тиәсәкмен. Мин ике бесәй тураһындағы Ирландия легендаһын уларҙың хәтеренә төшө­ рәсәкмен, ике бесәй шул тиклем ныҡ, шул тиклем аяуһыҙ һуғышҡандар, ахыр сиктә уларҙың ҡойроҡтары ғына тороп ҡалған... Был кәңәшмәлә беҙ Ленинде тамам бөтөрәсәкбеҙ, ҡа­ бат тора алмаҫлыҡ итеп бәкәленә һуғасаҡбыҙ. Ул уйындан сығасаҡ...

Кәтүк хихылдап көлөп ебәрҙе.

Люли асыуынан ни эшләргә белмәне. Хәҙер инде уның ҡаршыһында революциянан ҡоттары алынған меныневиктәр ултырыуында шик юҡ ине.

Кәтүк хихылдап көлөүен дауам итте.

— Беҙҙең ниңә шул тиклем кәйефегеҙ күтәрелеп китте әле, — тип һораны Бағанай.

— Беҙ бесәйҙәр хаҡында һүҙ алып барғас, ҡапыл ата бе­ сәй иҫемә килеп төштө. Бынан байтаҡ йылдар элек, хәтере­ геҙҙәме икән, эмиграцияла һеҙ Ленинде бөтөрөп ташларға са­ малағайнығыҙ, шул саҡта бер ленинсе бик мәрәкә карикатура төшөрөп ҡуйғайны: «Сысҡандар нисек итеп ата бесәйҙе ер­ ләнеләр» тип яҙылғайны был һүрәт аҫтына. Бүрәткә Ленин ата бесәй итеп төшөрөлгәйне, сысҡандар уға йыназа уҡыйҙар, шунан һуң баяғы ата бесәй үҙенә йыназа уҡыған сысҡандар­ ҙы тотоп ашап бөтөрә.

Кәтүк һыны ҡатып көлөргә кереште, әйтерһең дә, баҫҡыс буйлап түбәнгә һикереп төшә ине.

— Иң аҙаҡ көлгән кеше генә ысынлап көлә ул, хөрмәтле Григорий Александрович, ә һеҙгә, ғөмүмән, көлөү ярамаҫ ине. Беҙ Ленинде юҡҡа сығарыуҙы үҙ өҫтөгөҙгә алдығыҙ, уны шпион тип атанығыҙ, ул Германия генеральный штабына хеҙ­ мәт итә тип, Евангелие өҫтөндә ант та иттегеҙ шикелле. Ысы­ нында нимә килеп сыҡты? Лениндең тауышы тағы ла көслө­ рәк яңғырай, әгәр ҙә Ленин йоғонтоһонда пролетариат еңеүгә өлгәшһә, Россия өсөн был ғәжәп ҙур фажиғә буласаҡ. Ленин­ гә ҡаршы полиция саралары менән түгел, по-ли-тик саралар менән көрәшергә кәрәк, — тине ул өҙөп-өҙөп. — Беҙ пролета­ риатты сауҙа-промышленность синыфы менән яраштырып, уларҙы бер-береһенә яҡынайта, бәйләй алһаҡ, Ленин үҙенең фекерҙәштәре менән бергә бөтөнләй тар-мар ителәсәк.

79
Закрыть