Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 77.

Икеһе лә өндәшмәйенсә генә газета ҡыштырҙаталар. Кә­ түк газетаны нығыраҡ ҡыштырҙатып әйләндерә, әйләндергән һайын алмаш-тилмәш бер аяғын икенсеһе өҫтөнә һала. Ә Ба- ғанай газетаны тауышһыҙ итеп ниндәйҙер һалмаҡ хәрәкәттәр менән генә әйләндерә.

— Эйе, хәҙер фронтта эштәр ҡырҡа үҙгәрергә тейеш, — тине Кәтүк, газетаһын ҡуйып.

— Мин дә шулай уйлайым, — тип яуап ҡайтарҙы теге­ һе. — Фронтта үлем язаһын ҡайтанан булдырыу, имәнес хәл булыуға ҡарамаҫтан, бик аҡыллы ҡарар. Ләкин был рус ғәс­ кәрҙәренең рухын сәләмәтләндереү кеүек ҡатмарлы бурыстың айырылғыһыҙ бер өлөшө генә әле.

«Ҡәбәхәт буржуйҙар, һалдаттарҙы фронтта үлтереү генә аҙ уларға, үҙҙәре лә һалдаттарҙы атып үлтерергә әҙер тора­ лар», — тип уйлап ҡуйҙы Люли.

— Дәүләт кәңәшмәһе рус ғәскәрҙәренең рухын һауыҡты­ рыу ғына түгел, ә бәлки Россияның бөтә тынсыу атмосфера­ һын сафландырыр тип ышанырға кәрәк.

— Мин был кәңәшмәлә сығыш яһарға иҫәп тотам, — тип ҡырҡа ғына әйтеп ҡуйҙы Бағанай, һәм үҙенең ҡаршыһында сит лагерҙән булған кешеләр ултырыуында Люлиҙең шиге ҡалманы.

Ваҡытлы хөкүмәттең был кәңәшмәне Мәскәүҙә йыясағын (революцион Питерҙә йыйырға баҙнат итмәгәндәр), уны контр­ революцион көстәрҙе туплап, болыпевиктәр партияһын тар- мар итеү, буржуазияның хәрби диктатураһын урынлаштырыу өсөн йыйғанын Люли белә ине.

Болыпевиктәр партияһы был кәңәшмәгә ҡаршы үҙенең асыулы, ҡәтғи һүҙен әйткәйне инде.

— О, был ифрат ҡиммәтле, үтә ҡиммәтле сығыш була­ саҡ, — тине Кәтүк, ялағайланып. — Беҙҙең фекерегеҙ ниндә­ йерәк буласаҡ һуң?, Прюнель ботинкалы әфәнде таяғына нығыраҡ таянды ла: — Мин пролетариат менән буржуазия араһында килешеү төҙөргә тәҡдим итәм. Мин уңға ҡарап — сауҙа-промышлен­ ность синыфына мөрәжәғәт итеп: бөтә Россия мәнфәғәте һәм һеҙҙең үҙ мәнфәғәтегеҙ өсөн, пролетариат менән араларҙы яҡынайтыу мәле килеп етте, тип әйтәсәкмен. Булға ҡарап: бына ҡырҡ йыл инде мин революция байрағы аҫтында эшлә­ йем, шуға күрә миңә ышанырға мөмкин, тип мөрәжәғәт итә­ сәкмен...

Люли һиҫкәнеп китте һәм китабына тағы ла нығыраҡ эйелде. Үҙенең революционлығы менән шулай маҡтанған һәм 78
Закрыть