Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 74.

ҙа осрамай, бәлки бөгөн осрап ҡуйыуы бар, малайҙарҙың ал­ дарына яуыз сихырсы килеп сығыр һәм улар Коости ағайҙа­ рын да, Анна апайҙарын да ҡурсалап ҡалырҙар.

Анна һүҙгә ҡыйыуһыҙ ғына ҡушылды, ул йә, шүрәлеләр тураһындағы һүҙҙәр барыһы ла ысын, тип раҫланы, йә, артыҡ шапырынып китмәгеҙ тигәндәй, ҡустыларына хәйләкәр генә бармаҡ янаны. Анна арса араһынан һуңлаған ҡыңғырау сәс­ кәһе табып өҙөп алды ла Коости ағайға килтереп бирҙе.

Владимир Ильич ерек ағасы төбөндә ҙур ғына аҡ бәшмәк күреп ҡалды ла шул яҡҡа атланы, ләкин Вернер ҡулбашына аҫҡан мылтығын йәһәт кенә алды ла приклад менән һелтәнә- Ъелтәнә аҡ бәшмәкте селпәрәмә иҙеп ташланы, әйтерһең дә, дошманын үлтерҙе.

Бер тигән аҡ бәшмәкте әрәм иттең бит, бындай шуҡлыҡ нимәгә кәрәк тигәндәй, Владимир Ильич башын сайҡап ҡуйҙы.

— Ей хювя («Алама»), — тине Вернер белгән кешеләрсә.

— Митэ тэмя он? («Нәмә һуң ул?») — Се он хёрккутатти. Ей хювя! («Был аҡ бәшмәк. Ала­ ша»), — Хювя! Ойкен хювя! («Кәйбәт! Бик һәйбәт!»),— тип ҡаршы төштө Коости ағай.

Вернер кеткелдәп көлөп ҡуйҙы, Эверт тә, Анна ла ағайға был бәшмәктең ашай торған бәшмәк түгел, ә ағыулы бәшмәк икәнлеген иҫбатларға тырышалар.

Улар хәҙер инде аҡ бәшмәк күреп ҡалһалар, Коости ағай­ ҙарын саҡырып килтерәләр ҙә уның бәшмәкте йыуан һабағы­ нан ниндәй ҡәнәғәтләнеү менән ипләп кенә киҫеп алыуын күҙәтәләр. Уның ҡарауы балалар һары бәшмәкте бер ҙә урап уҙмайҙар, уны шундай уҡ ҡомарлыҡ менән ҡырҡып алалар ҙа кәрзиндәренә тултыралар. Владимир Ильич һары бәшмәкте йыймай, шулай ҙа арса араһында уларҙың түңәрәк ойоштарын күреү менән, балаларҙы саҡырып ала. Ҡуйы йәшел төҫтәге ткыҙыл көртмәле ҡыуаҡтары арса араһында йышыраҡ күрен­ геләй, бер аҙҙан улар тотош ҡыҙыл көртмәлелеккә килеп сыҡ­ тылар.

— Пуолукка! («Ҡыҙыл көртмәле!»), — тип һөрән һалды­ лар балалар, ҡыуанышып.

Көйләшеү бөттө. Етди эш башланды. Анна менән Вернер бәләкәс кенә ҡыҙыл алмаға оҡшаған еләктәрҙе ботаҡтарынан бик етеҙ йыйҙылар. Эверт үҙенең сысҡан ҡапҡанына оҡшаған машинкаһы менән ҡыҙыл көртмәлене «киҫә», унан ҡаты, түңәрәк япраҡтарҙы өрөп осора ла, ҡыҙыл көртмәлене биҙрәгә тултыра.

75
Закрыть