ҡурҡыуҙан шарҙай булалар, йә аптырауҙан баҙырайып ҡа райҙар. Коости ағай уларҙы бик яҡшы аңлай.
Балалар урманда саф һауа һулап йөрөп ҡайтыр өсөн генә түгел, эш менән баралар: әсәләре уларға ике биҙрә ҡыҙыл көртмәле һәм бер кәшүл бәшмәк йыйып алып ҡайтырға ҡуш ты. Былар бөтәһе лә ҡышҡылыҡҡа кәрәк.
Урман ситендә, ботаҡтарын тарбайтып, зифа ҡайын үҫә.
Владимир Ильич башын артҡа саңҡайтып, парик өҫтөнән кейгән кепкаһын ҡулы менән тотоп, шул ҡайынға ҡарап торҙо.
— Мйтэ тэмя он? («Был нимә?»)— тип һораны ул.
Балалар дәррәү яуап ҡайтарҙылар.
— Се он койву («Был ҡайын»).
— Хювя койву («Матур ҡайын»).
— Ойкен хювя («Бик матур»), — тип ризалашты балалар.
— Эверт бәләкәй сағында — хәҙер инде уға туғыҙ йәш — ошо ҡайын башына менеп ҡолап төштө, аҙаҡ уның маңла йына бына шундай ҙур оро үҫеп сыҡты, — тип һөйләргә ке реште Вернер, бармағы менән ҡустыһына төртөп күрһәтеп.
— Ауырттымы? — тип һораны Владимир Ильич, ҡыҙыҡ һынып.
— Тамсы ла ауыртманы! — тине лә Эверт ҡулын ғына һелтәп ҡуйҙы.
Маңлайына сыҡҡан әлеге оро төҙәлгәс, Эверт тағы ла ҡайын башына менгән, унда япраҡтар араһында ҡош ояһы тапҡан, ояла кескәй генә ҡошсоҡтар сырылдашҡандар һәм суҡыштарын ҙур итеп асҡандар. Әммә Эверт ҡошсоҡтарҙы рәнйетмәгән, сөнки уларҙан һәйбәт ҡоштар, кешеләрҙең шәф ҡәтле ярҙамсылары үҫәсәк бит.
Аҙаҡ Эверт Коости ағайға уралып-уралып түбәнгә табан төшөп киткән юлды күрһәтте. Аҫта Питкяярви күле. Был күл һәр саҡ ҡара булып күренә, һыу өҫтө тәлмәрйен тәңкәһе ме нән сыбарланған, шуға ла кешеләр унда һыу инмәй. Малай ҙар Коости ағайға ошо күл хаҡында ҡот осорлоҡ байтаҡ хә бәрҙәр һөйләнеләр. Ә инде Эверт алпан-толпан баҫып йөрөп тө күрһәткәс, Коости ағай был урманда айыу барлығын һәм бик һаҡ булырға кәрәклеген аңланы.
Тирә-яғы алһыу күк төҫтәге арса балаҫ менән ҡапланған был ҡара урман да, донъялағы бөтә урмандар шикелле үк,. изге һәм яуыз уйлы сихырсылар менән тулғандыр һәм ни өсөндөр, уларҙың шәфҡәтлеләренә ҡарағанда, яуыздары һәр саҡ күберәк була. Эверт менән Вернер юҡҡа ғына ҡоралланып алмағандар бит инде, уларҙың шүрәле менән күҙмә-күҙ осраш ҡылары килә, тик ни өсөндөр һаман уларға шүрәле осрамай: 74