Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 72.

«сиртте һәм хәҙер сығам тигәнде аңлатып, баш ҡаҡты. Ысын­ лап та, ял итеп алырға ваҡыт еткәйне.

Анна Михайловна кухня ишеге алдына баҫҡан да ҡулын алъяпҡыс итәгенә һөртә-һөртә, үҙенең балаларына финсә шы­ пырт ҡына нимәлер һөйләй.

— Бына, һеҙгә ҡамасауланылар инде, Константин Петро­ вич. Күпме генә өгөтләп ҡараһам да, урманға һеҙҙән башҡа барырға теләмәйҙәр.

— Бик дөрөҫ эшләйҙәр, — тине Владимир Ильич, — минең үҙемдең дә бер аҙ йөрөп ҡайтҡым килә.; — Ярай улайһа, барып ҡайтығыҙ.

— Көйләшер өсөн миңә һүҙ запасымды тулыландырырға ҡәрәк бит, — тине Владимир Ильич. — «Өйгә ҡайтайыҡ» нисек була?

— Тулкка кбтона,— тип тәржемә итте Анна Михайловна.

— Ҡыҙыл көртмәле?

— Пуолукка.

— Шүрәле?

— Мётсянхалтия.

Владимир Ильич фин һүҙҙәрен ҡабатлаған һайын малай­ ҙар көлөштөләр. Коости ағайҙың фин һүҙҙәрен шундай мәҙәк итеп әйтеүенә Вернер аяҡтары менән тыпырсына-тыпырсына һыны ҡатып көлдө.

Ҡулына кәрзин тотҡан Анна ла югереп килеп етте. Вернер менән Эверт ағас мылтыҡтар менән ҡоралланғандар, улар мылтыҡтарын ысын һунарсылар шикелле арҡаларына аҫ­ ҡандар. Эверт бынан тыш ҡулына ниндәйҙер сысҡан ҡапҡаны тотоп алгак.

— Нимә һуң был, беҙ сысҡан йә ярғанат ауларға барабыҙ­ мы әллә? — тип ҡыҙыҡһынып һораны Владимир Ильич.

Анна Михайловна был әйберҙе ҡыҙыл көртмәле йыйыр өсөн Петр Генрихович эшләгәнлеген аңлатып бирҙе.

— Бөртөкләп кенә емеште ҡасан тиреп бөтөрәһең, ә был машина үҙенең тарағы менән еләктәрҙе һабағынан бер юлы әҙәп төшөрә, емештәр кәрзингә ҡойола. Беҙҙең ғаиләгә ҡыш­ ҡылыҡҡа ҡыҙыл көртмәле ифрат күп кәрәк, быйыл ул бик УҢДЫ.

Анна алдан төштө. Вернер менән Эверт, ҡорал йөрөтөүсе­ ләр шик елле, Владимир Ильич менән йәнәш атланылар. Улар ҡоралдарының Коости ағайға оҡшауын, уның бала-сағаның бөтә эшен дә белеүен аңланылар.

Ошо урман хаҡында улар төрлө мауыҡтырғыс ваҡиғалар һөйләнеләр һәм Коости ағайҙың күҙенән уның бөтәһен дә аңлауын күрҙеләр: уның күҙҙәре йә хәйләкәр йылмаялар, йә 73
Закрыть