Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 71.

Парвиайнен Константин Петровичкә текләп ҡараны.

— Партия дөрөҫ хәл иткән, бик дөрөҫ хәл иткән. Әгәр ҙә мәгәр һеҙгә Ленинде ҡайтанан күрергә насип булһа, әйтегеҙ* был яла яғыуҙарға бер генә намыҫлы эшсе лә ышанмай. Ле­ ниндең үҙенә ышана, партияға ышана улар. Тоғро һәм ғәҙел кеше ул. Хәҙер ул үҙ яҙмышын үҙе хәл итә аламы һуң инде?' Уның яҙмышы — эшселәр синыфы яҙмышы, уның ҡаны — беҙҙең ҡан. Бына йәнә шуны өҫтәп әйтергә тейешмен мин һеҙгә, Константин Петрович: үҙ власебеҙ, эшселәр власе бул­ ғас, беҙ ул байҙарҙан үс алырбыҙ, ныҡ үс алырбыҙ.

— Юҡ, Петр Генрихович, — тип шунда уҡ ҡаршы төштө* Владимир Ильич, — пролетариат үс алмаясаҡ! Беҙ беҙгә алға барырға ҡамасаулаған бөтә нәмәне юлдан һепереп ташлая­ саҡбыҙ, закон буйынса эш итәсәкбеҙ, бер нәмәлә лә үс алыу кеүек түбәнлеккә бармаясаҡбыҙ.

Парвиайнен уйға ҡалды.

— Ьеҙ, бәлки, хаҡлыһығыҙҙыр ҙа. Пролетариатҡа бөтә­ һенән элек аҡыл кәрәк, ә ҡыҙыулыҡ менән әллә ни тиклем; кәрәкмәгән нәмәләр ҡылып ташларға мөмкин. Ана, күрҙегеҙ­ ме, Фердинанд эшен тамамлап та ҡуйҙы, барып ҡарайым әле.

— Мин дә бер аҙ эшләп алайым, — тине Владимир Ильич.

Ул етеҙ аҙымдар менән өйгә табан юнәлде, уның күңеле байрамдағыса тиерлек күтәренке ине.

Ҡарт Парвиайнен, төрөпкәһенә тәмәке тултыра-тултыра* уның артынан ҡарап ҡалды ла тәмәке төтөнөнән һарғайған мыйығы аҫтынан мөләйем генә йылмайҙы. Унан: «Тоғро, ғәҙел кеше», — тип үҙалдына ғына һөйләнеп ҡуй­ ҙы.

11. АТАЛАРСА ЯҒЫМЛЫЛЫҠ МЕНӘН «Дәүләт һәм революция» тигән китапты яҙыу уңышлы бара. Бөгөн айырыуса ырамлы эшләнде. Владимир Ильич, йәненә тейгән париген (сөнки ул һәр саҡ үҙен иҫкә төшөрөп тора, эҫе көндәрҙә тиргә батыра) сикәһенә әленән-әле ҡыҫҡы­ лап, яҙҙы ла яҙҙы. Ул, эш менән мауығып, өҫтәлгә төшкән күләгәнән ҡотолоу өсөн, ҡағыҙҙарын үҙе лә һиҙмәҫтән элә уңға, әле һулға күсергеләп ҡуйҙы. Бер саҡ башын күтәреп ҡарағайны, тәҙрә быялаһында күренгән ике йәмшек танау менән уны иғтибар менән күҙәтеүсе ике пар асыҡ зәңгәр күҙҙе күрҙе. Был уның кескәй дуҫтары Вернер менән Эверт ине; Владимир Ильич улар менән бәшмәк йыйырға барырға вәғәҙә иткәйне. Владимир Ильич бармағы менән тәҙрә быялаһына 72
Закрыть