— Был турала ла ул партия алдында гына түгел, бөтә халыҡ алдында отчет бирҙе, — тине Владимир Ильич.
Эмиграциянан ҡайтҡас, Лениндең «Беҙ нисек ҡайтып ет тек» тигән отчет баҫтырып сығарыу ын ул ҡарт эшсегә бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Англия хөкүмәте Ленингә һәм ба ҫып алыу һуғышына ҡаршы сыҡҡан башҡа революционерҙәргә үҙ илдәренә Англия аша ҡайтырға рөхсәт итмәне. Бындай мөмкинлек бары эшселәрҙе капиталистәр мәнфәғәтен яҡлап һуғышырға өндәгән Плехановҡа ғына бирелде. Ваҡытлы хөкү мәт Ленингә Россияға ҡайтырға ярҙам итеүҙән баш тартты. Уға фәҡәт берҙән-бер юл ҡалды — ул да булһа, Германия аша ҡайтыу ине. Швейцариялы иптәштәр немецтәрҙән Ленинде һәм башҡа революционерҙәрҙе герман әсирҙәренә алмашҡа Германия аша үткәрергә ризалыҡ алдылар.
— Ленин дөрөҫ эшләгән, — тине Парвиайнен ҡырт ки ҫеп. — Бында шундай ҡатмарлы эштәр башланып торғанда, ул нисек Швейцарияла ҡала алһын!.. Лениндең капиталдары тураһындағы әкиәттәр ҙә, минеңсә, ялғандыр.
Владимир Ильич көлөмһөрәп ҡуйҙы. Надежда Константи новна менән уның әсәһе мираҫ итеп ике мең һум аҡса алды лар. Шул аҡсаға улар өсәүләп өс йыл йәшәнеләр, шул аҡсаға газеталар, китаптар һатып алдылар, Россия менән бәйләнеш тоттолар, 1916 йылдың көҙөндә аҡсалар бөткәс, аслы-туҡлы торҙолар. Владимир Ильич шул саҡта Стокгольмдәге бер ип тәшенә: «Үҙем тураһында шуны белдерәм: аҡса эшләргә кәрәк, юғиһә, астан үлергә ҡала! Иҫ киткес ҡыйбатсылыҡ, йәшәргә рәт юҡ...» — тип яҙғайны.
Владимир Ильич был хаҡта Парвиайненгә бер нәмә лә әйтмәне. Ул иң мөһимен генә аңлатты: Ленингә яла яғыу — болыпевиктәргә яла яғыу һәм ул буржуазияға эшселәр сины фының болыпевиктәр партияһына булған ышанысын бөтөрөү .өсөн, революцияны быуып ташлау өсөн кәрәк.
Парвиайнен ныҡ тулҡынланып: — Ленин бөтә яла яғыусыларҙы ла анһат ҡына фашлай ала ине бит, бәлки уларҙы судҡа бирергә кәрәк булғандыр, — тине.
Владимир Ильич ботинкаһының осо менән ҡоро шыршы тубырсыҡтарын типкеләй-типкеләй, Парвиайнен ҡаршыһында арлы-бирле йөрөп тора. Ҡарт ҡорос ҡойоусының һуңғы һүҙҙә рен ишеткәс, ул туҡтап ҡалды.
— Суд ҡаршыһына барып баҫырға ла яла яғыусыларҙы фашларға Ленин үҙе лә бик теләгәйне. Ләкин... партия уға судҡа барырға рөхсәт итмәне, подпольегә китергә, йәшеренер- тә ҡушты.
71