ҡыма уның башын сыйып үтте. Туҙҙан яһалған кәштәнән ул көҙгө ярсығы алды һәм, ишеккә яҡыныраҡ килеп* иғтибар менән үҙенең һынына ҡараны. Ул үҙ-үҙенән ҡә нәғәт булды: һаҡалын ҡырып, киң маңлайын, ялтыр башын ҡаплап торған парик кейеп алғас, уның йөҙө танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Уңып бөткән ҡыйыҡ яғалы зәңгәр күлдәк* киң пинжәк, иҫке салбар, ябай башмаҡ кейеп алғас, ул ысын лап та Питер эшсеһенә оҡшаны ла ҡуйҙы. Арҡаны бер аҙ көмөрәйтеберәк, һалмағыраҡ атларға мөмкин. Аяҡ осона тү гел, ә үксәләргә баҫып атларға кәрәк — ул саҡта атлау шунда уҡ һалмаҡланасаҡ, алпан-толпан килеп атлаясаҡһың. Тимәк* үксәгә баҫып атларға кәрәклекте онотмаҫҡа. Ә бына ҡулдар? Владимир Ильич үҙенең ҡулдарына ҡараны. Уларҙы ҡайһы лай ғына итеп үҙгәртергә икән? Ҡулға бирсәткә кеймәҫһең бит инде — эшселәр бирсәткә кеймәйҙәр. Хәйер, ҡулға бер кем дә, хатта иң оҫта шымсылар ҙа иғтибар итмәй. Жандарм документтәрендә кешенең бөтә сифаттары һанап кителә, кү ҙенең төҫө, башының формаһы, битендәге миңдәренә тиклем яҙыла, ә бына ҡулдарға жандармдар иғтибар бирмәйҙәр.
Кеше ҡулдары! Улар һис ҡасан да бер нәмәне лә йәшереп ҡала алмайҙар. Улар кешенең профессияһын да, уның затын да йәшерә алмайҙар. Хәреф йыйыусының һуҡ бармағы кәкере, сүкешсенең усы яҫы була, музыканттың бармаҡтары етеҙ, аристократтың бармаҡтары нәфис, нәҙек, ә игенсенең быуын тыҡлы, тураймаҫлыҡ бармаҡтары ғүмер буйына шул килеш ҡала.
Кеше үҙенең уй-фекерҙәрен, кисерештәрен йәшереп, бүтән дәр алдында үҙе теләгәнсә күренеү өсөн, мимикаға, күҙ ҡара шын, йөрөшөн үҙгәртергә лә өйрәнә ала, ләкин кеше үҙенең ҡулдарын һис ҡасан да үҙгәртә алмай, ә улар инде иң аҫыл һүҙҙәргә ҡарағанда ла аҫылыраҡ итеп һөйләп бирәләр, айыр ма тик шунда ғына — улар ялғанлай белмәйҙәр.
Владимир Ильичтең ҡулдары бәләкәс, көслө, устары яҫы, бармаҡтары һығылмалы ине. Ҡулдарын һелтәй-һелтәй атлауы уның йылдам атлауына ярҙам итә торғайны, күрешкәндә ҡул ҡыҫыуы ла ныҡ һәм шәфҡәтле ине. Владимир Ильич трибу нанан сығып һөйләгәндә, әленән-әле киҫкен ҡул хәрәкәттәре менән үҙенең төп фекеренә баҫым яһай йәки ҡулын юғарынан түбәнгә табан һелтәп, әйтерһең дә, дошмандың йәшерен хәй ләһен ярып һала торғайны. Үҙенең ҡарашын, ныҡлы ышаны сын эшселәргә ул асыҡтан-асыҡ, туп-тура итеп ихлас һөйләп бирә. Уның ҡулдары бер ваҡытта ла эшһеҙ тормай. Бер ҡасан да дәртһеҙ, ҡыйыуһыҙ булмай. «Ьинең ҡулың еңел, Воло- дюшка, — ти торғайны әсәһе уға бала сағында, — ошо ағасты 8