Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 69.

гайны, ә хәҙер уға ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып бара. Плеха- новтың шәхесенә ҡаршы түгел, ә уның эшселәр синыфы өсөн ят булған ҡараштарына ҡаршы көрәшә, үҙе ышанған һәм: ныҡ инанған берҙән-бер революцион хәҡиҡәтте яҡлап көрәшә* ул. Тик Лениндең холҡо шундай инде — кеше менән политик: яҡтан араны өҙә икән, ни тиклем ауыр, ни тиклем ҡыйын булыуға ҡарамаҫтан, уның менән шәхси бәйләнештәрен дә* дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен дә өҙә ине.

— Ярай, Плехановы булһын, — тигән һуңғы һүҙҙәрен ишетте Владимир Ильич Парвиайнендең. — Ә бына Ленин...

Владимир Ильич тертләп китте һәм Парвиайнендең бите­ нә һөҙөп ҡараны.

Петр Генрихович яҡында ғына таяҡтар юнып булашҡан балаларға күҙ ташлап алды ла, бышылдап ҡына һөйләргә кереште: — Бына Ленин хаҡында, ул Германия генеральный шта­ бына хеҙмәт итә, шул юл менән үҙенә капитал йыйған икән,, тип яҙалар. Ә, беләһегеҙме, мин был һүҙҙәргә ышанмайым. Быға Люли ҙә ышанмай, ә Эйно Ленинде яманлап һөйләүсе­ нең боғаҙын сәйнәргә әҙер.

Парвиайнен күҙ ҡырыйы менән генә ҡунағына ҡараны* уның сырайы һытылыуын күрҙе лә быны үҙенсә аңлап: — Ниңә өндәшмәйһегеҙ? Әллә Лениндең шпион булыуына ышанаһығыҙмы? — тип һораны.

Владимир Ильич аяғүрә баҫып, сикәһен ауырттырғансы париген ҡыҫты ла: * — Юҡ, һис кенә лә ышанмайым. Ленинде мин бик яҡшы беләм, — тине.

— Шулаймы ни! — тип ҡыуанды Парвиайнен. — Күргәне­ геҙ бармы? Уның тураһында һөйләгеҙ әле. Мин бүтәндәргә лә» уның хаҡында хаҡ һүҙ әйтерлек итеп һөйләгеҙ әле, юғиһә,, тызыраяһың, тупаҫ һөйләшәһең, ә бит ғәйбәтте селпәрәмә кил­ терерлек итеп, Лениндең үҙе һымаҡ итеп яуап бирге килә.

Владимир Ильич, баш бармағын билбауына ҡыҫтырып* ҡараштарын ҡайҙалыр алыҫҡа төбәне, аҙаҡ, Парвиайнендең күҙҙәренә тура ҡарап: — Ленин һәр ваҡыт үҙенең бөтә эштәре хаҡында ла партия алдында яуап бирҙе. Ҡайҙа ғына булмаһын — төрмәләме* һөргөндәме, эмиграцияламы, подпольеләме — эшсе синыф өсөн, революция өсөн эшләнеү — Быныһы билдәле инде, — тип яуап ҡайтарҙы Парви­ айнен, уйсан итеп. — Ләкин ни өсөн Ленин Россияға Герма­ ния аша ҡайтҡан, беҙ бит немецтәр менән һуғышабыҙ?

70
Закрыть