— Үҙегеҙ ҙә эшсе кеше бит, Эйно һеҙҙе Сестрорецк заво дында эшләй тигәйне.
— Эйе, эйе, — тип мығырҙанды Владимир Ильич. Хатта 'ошондай ирекһеҙҙән алдашыу ҙа, етмәһә, Петр Генриховичте алдау, уның өсөн ҡыйын ине., — Минең күп йылдарым заводта үтте, — тип дауам итте Парвиайнен, — каторгалағы кеүек ун икешәр, ун бишәр сәғәт эшләнем. Эҫенән күлдәк лысма һыу була торғайны бит, ҡул тиреләре ярылып бөтә ине. Мин гел генә урман, саф һауа тураһында хыялландым. Летканы тишеп ебәрәһең, шыйыҡ ҡояш һымаҡ булып, суйын иретмәһе урғыла, цех алһыу шаңдаҡ төҫөнә сума, шунда урманда һыҙылып таң атыуын күргәндәй булаһың. Йылымыс һаҫы һыулы кружканы ауыҙы ңа яҡын килтерһәң, шишмә һыуы иҫеңә төшә. Ҡалып өсөн тупраҡ иләйһең — үҙең баҡса хаҡында уйлайһың. Ергә, ур манға тартты, мин бит крәҫтиән балаһы, был өй ҙә миңә атайымдан мираҫ булып ҡалды. Ә хәҙер бөтәһе лә киреле- башлыға китте. Иртә менән ҡояш ана теге яҡтан сыға, — Петр Генрихович бармағы менән урманға төртөп күрһәтте, — ә миңә ошо мәлдә домнаның леткаһы асыла ла шунан суйын аға һымаҡ тойола; түтәл тигеҙләгәндә һәм тупраҡ төйөрҙәрен ваҡлағанда, суйын иретер өсөн ҡалып әҙерләйем һымаҡ. Был ниндәй хикмәт. Завод та хәҙер каторга булып түгел, ә тыуған йортом булып иҫемә төшә. Ғәҙәт тигән нәмә бына ни эшләтә... Бер көн заводта эшләп, икенсе көндө ерҙә соҡонғанда шәп булыр ине лә бит...
— Шунан һуң китап уҡып ултырһаң ине, — тип һүҙгә ҡушылды Владимир Ильич.
— Эйе, эйе. Мин Питерҙә китап менән мауыға торғайным, әле лә газетаһыҙ тора алмайым. Бер ниндәй партияла торма һам да, политика тураһында уҡырға яратам. Хатта Плеханов, Ленин әҫәрҙәрен дә уҡыным...
Владимир Ильич һағайҙы.
Парвиайнен ағас төпһәһенә һуҡҡылап төрөпкәһен ҡаҡты ла, көлөн тапап, һүҙен дауам итте: — Ә хәҙер Плеханов хаҡында нимә һөйләйҙәр? Ул хә ҙер революцияға ла, эшселәргә лә ҡаршы. Үҙе ҡасандыр рево люция яҡлы булған, уны фәнни яҡтан иҫбат иткән һымаҡ, ә әле нимәләр яҙа? Эшсе власте үҙ ҡулына алырлыҡ дәрәжәгә етмәгән ти, власте, алтын ялатҡан табаҡҡа һалған алма ши келле итеп, буржуазия ҡулына бирергә тәҡдим итә.
Владимир Ильич көрһөнөп ҡуйҙы.
Плехановҡа булған элекке һоҡланыуы әле лә бөтмәгән; ул марксист Плехановты ныҡ ярата, тәрән ихтирам итә тор- 69