Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 67.

Ысынлап та, был хаҡ һүҙ ине. Ирле-ҡатынлы Емельянов- тарға ете малайҙары революцион әштә арымай-талмай эшләр­ гә ҡамасауламай бит.

10. «Ә ҺЕҘ ЫШАНАҺЫҒЫҘМЫ!» Рахья, уның ҡатыны һәм Шотман иртәнге аштан һуң Петербургка китергә тейештәр ине. Хужаның өлкән улы Эдвард та газеталар алыр өсөн Териоки станцияһына китте. Ул, ҡунаҡҡа газеталарҙы тиҙерәк алып ҡайтыу өсөн, иҫке генә велосипедкә атланып алды.

Петр Генрихович атын һарайҙан алып сыҡты ла һабанға екте: өй артындағы сиҙәмде һөрөргә уйланы.

Петр Генрихович төрәнде көс менән түңгәккә батырҙы ла атына йомшаҡ ҡына итеп: «Эгхе!» ■— тип өндәште. Ьабан ар­ тынан тигеҙ ҡатлам булып йыртылған сиҙәм ҡапланып ҡала башланы.

Владимир Ильич уның эргәһенә килде л ә: — Миңә лә һөрөп ҡарарға рөхсәт итегеҙ әле, — тине.

Уның һабан тотҡаһына тотоноуы булды, һабан һикереп китте, төрән түңгәк өҫтөнән шыуып ҡыйыш бураҙна яһаны, хатта ат яңылыш баҫып китте.

Владимир Ильич туҡтап ҡалды.

— Ни өсөндөр мин булдыра алмайым бит әле, — тине ул, йәне көйөп.

Петр Генрихович һабанды Фердинандҡа тотторҙо, үҙе һа­ рыҡташ өҫтөнә ултырҙы ла Владимир Ильичте үҙенең эргә­ һенә саҡырҙы.

— Тәүҙә һәр бер эш ҡыйын була. Тәүге мәлдә ер мине лә тыңламай ине. Константин Петрович, әйтһәм әйтәйем, завод­ тан ергә күсеүгә ҡарағанда, ерҙән заводҡа күсеү еңелерәк. Күҙ һалығыҙ әле, бында ниндәй икһеҙ-сикһеҙ киңлек, күр­ кәмлек. Үпкәләр тимерлек күрегендәй рәхәтләнеп һулыш ала. Балалар картуф ашап, һөт эсеп тә ана ниндәй мыҡты бу­ лып үҫәләр, ә минең йөрәк тут баҫҡан һымаҡ һыҡрай.

— Ниңә улай һуң? — тип һораны Владимир Ильич, уның ҡайғы-хәсрәтен уртаҡлашып, үҙе ҡарт эшсенең ғорурлығына һоҡланып ҡуйҙы. Петр Генриховичтең патриархаль олпатлы­ ғын тәмәке төтөнө һеңеп һарғайған сал мыйығы ғына аҙыраҡ боҙа. Ләкин крәҫтиән кейеме уны игенсегә әйләндермәй, хәрә­ кәттәренең, ҡарашының ҡыйыулығы уның пролетарий икәнен күрһәтеп тора.

Петр Генрихович билбауына ҡыҫтырған ҡыҫҡа ғына тө­ рөпкәһен алып тәмәке тултырҙы ла, ут ҡабыҙып, тартырға кереште.

68
Закрыть