— Владимир!
Бәй, минең аҙашым да бар икән дәбаһа тигән уй килде уға. Ләкин ул бында Константин Петрович, йәки «эно Коос- ти» — Костя ағай тип таныштырҙы ул үҙен балаларға.
— Эдвард!
Был татыу ғаиләлә алты малай үҫә.
— Анна, — тине атаһы айырыуса яғымлы итеп һәм аҡһыл һары сәсле ун ике йәштәр самаһындағы ҡыҙҙың башынан һыйпап ҡуйҙы.
Анна книксен яһаны.
— Өлкән ҡыҙым Люлиҙе беләһегеҙ инде һеҙ.
Владимир Ильич быға тиклем ете ул үҫтергән Емельянов- тарҙа торғайны. Парвиайнендәр ғаиләһендә алты малай, ике ҡыҙ. Ишле ғаиләлә Владимир Ильич үҙен һәр саҡ ғәжәп иркен тоя, ғаиләләге һәр кем менән бик тиҙ дуҫлыҡ бәйләнеш тәре булдыра ала. Был уға уҙған бала саҡтарын хәтерләтә. Ульяновтар ғаиләһендә алты бала һәм ата менән әсә — бөтәһе һигеҙ кеше табынға ултыра торғайны.
— Ғаиләгеҙ бай һеҙҙең, — тине Владимир Ильич, өҫтәл эргәһендәге малайҙарға һәм ҡыҙҙарға күҙ йөрөтөп.
— Зарланмайбыҙ, — тип олпат ҡына яуап ҡайтарҙы Петр Генрихович. — Аҙ булыуға ҡарағанда, балаларҙың күп бу лыуы яҡшыраҡ. Улар менән мәшәҡәт тә аҙыраҡ. Бөтә эшкә лә әсәнең ярҙамсылары әҙер тигән һүҙ.
— Эйе, — тине Анна Михайловна, — аллаға шөкөр тибеҙ инде, бер генә балалы кешеләр ҙә бар бит. Ул бала атаһы-әсәһе менән бергә йәшәһә лә, туғандары булмағас, барыбер етем шикелле инде, бөкөрө әҙәм кеүек, ҡырыҫ, үҙ-үҙен генә яра тыусан булып үҫә ул. Ә беҙгә күңелһеҙләнергә урын юҡ.
Владимир Ильич көрһөнөүен саҡ-саҡ тыйып ҡалды. На дежда Константиновна менән улар бала тураһында нисәмә йылдар хыялландылар, ләкин балалары булманы. Улар Шу- шенскийҙә йәшәгән саҡта Владимир Ильичтең әсәһе Мария Александровна үҙенең хатында: «Беҙҙең ояғыҙға ҡошсоҡ осоп килергә йыйынмаймы?»— тип һорағайны. «...Ниңәлер бер ниндәй ҙә ҡошсоҡ осоп килергә йыйынмай шул әле», — тип яуап биргәйне Надежда Константиновна уға һағышлы шаярып, әммә ул балалары булыуға, берәү генә лә түгел, ә бик күп булыуға өмөт иткәйне. Үҙенең ошо матур хыялдарын дуҫы Зинаида Павловна Кржижановскаяға әйткәс, тегеһе шикләнеп: «Ә балалар революцион эшкә ҡамасауламаҫтармы һуң?» — тине. Надежда Константиновна: «Ни эшләп ҡама саулаһындар инде, ярҙамсылар үҫәсәк», — тип көлөп яуап бирҙе уға.
3 * 67