Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 65.

ергә тиклем һалындырған йәм-йәшел аҡлан келәм төҫлө йәй­ рәп ята.

Ҡояш нурҙары уйнауҙан зөбәржәт һымаҡ йымылдашҡан ағас баштарына ҡарар өсөн, Владимир Ильич тәҙрәгә яҡын уҡ килде.

Берлин эргәһендәге Сан-Суси паркындағы оҫта рәссамдар тарафынан һайлап алып ултыртылған ағастарҙың һәм ҡыуаҡ­ тарҙың һоҡландырғыс гүзәллеге лә, Лондондағы таң ҡалыр­ лыҡ ботаника баҡсаһы ла, Веналағы иҫ китерлек Пратер пар­ кы ла бындағы тәбиғәт-әсәбеҙ үҙе ижад иткән тәбиғи матур­ лыҡтан ҡайтышыраҡтыр, моғайын. Хуш еҫтәр бөрккән күләгәле әрәмәлек тә, ҡарағай урманының үҙенә генә хас яңғырауыҡлы тынлығы ла, ҡояш нурҙарында зөбәржәттәй йымылдаған ҡайын ҡулҡыһы ла йәнгә ғәжәп яҡын бит. Йәшәргә, эшләргә тигән ялҡынлы теләк күңелде ялмап ала.

— Һәйбәт! — тине лә Владимир Ильич, өҫтәл эргәһенә килеп, ҡулдары менән уға таянды, йәнә бер тапҡыр был ғә­ жәп ҡоролманың ныҡлығына һоҡланды.

Күрше бүлмәлә аҡрын ғына һөйләшкән тауыштар ише­ телде, табаҡ-һауыт шалтыраны, ухыуат һәм мейес ҡапҡасы дөбөрҙәне.

Владимир Ильич бүлмәне тәртипкә килтереп, өҫтәл эргә­ һенә ултырырға ғына йыйынғайны, ишек ҡағып, уны иртәнге ашҡа саҡырҙылар.

Парвиайнендең ишле ғаиләһе кухнялә өҫтәл тирәләп ул­ тырғайны инде. Ҡунаҡ килеп ингәс, балалар ырғып торҙолар ҙа сафҡа баҫтылар^ — Минең ғаилә менән танышығыҙ, — тине Петр Генрихо­ вич ҡәнәғәт ҡалын тауышы менән. — Тик минең балалар рус­ са һөйләшә белмәйҙәр: фин ауылында үҫтеләр.

— Вернер! — тип өндәште ул.

Оялышынан оҙон киндер күлдәген тартҡылап, ете йәштәр­ ҙәге малай әҙәпле генә итеп: — Хювя пяйвя! («һаумыһығыҙ!») — тине.

Владимир Ильич уға ҡулын һуҙҙы һәм уның кескәй генә ышаныусан ҡулын ипләп кенә ҡыҫты: — Эверт!

Һәр нәмәгә ҡыҙыҡһыныусан туғыҙ йәштәрҙәге малай ҙур күҙҙәрен ҡунаҡтан алмайынса, уны һөҙөргә теләгәндәй, ба­ шын һелкеп ҡуйҙы.

— Фердинанд!

— Иван!

Владимир Ильич ун алты йәшлек был үҫмер егеттең төн­ гө күсер Вяйно икәнен таныны.

66
Закрыть