Кәрәсин шәме яҡтыһында, нағышланған ашъяулыҡ ябыл ған өҫтәлдә арыш ононан бешерелгән бәрәмәстәр, ҡырлы са мауыр ялтырап күренде.
Петр Генрихович: — Өсөнсө көн инде бына һеҙҙе киске ашҡа көтәбеҙ, — тине.
— Бәрәмәстәр иҫкереп тә бөттө инде, — тип зарланып ҡуй ҙы Анна Михайловна. — Иртәгә яңынан бешерермен. Рәхим итегеҙ табынға!
— Йыуынып алғанда һәйбәт булыр ине лә бит, — тип көрһөнөп ҡуйҙы Владимир Ильич.
— Рәхим итегеҙ, — тине Петр Генрихович. — Өс көн бу йына инде мунса яғабыҙ...
Мунсанан һуң ысыҡлы һалҡынса үлән өҫтөнән улар ялан- аяҡ ҡайттылар.
Арыш ононан ситтәрен бөгөп финсә бешерелгән картуф бәрәмәсе бигерәк тә тәмле булды. Әкрен генә самауыр шыжлай, өҫтәл өҫтөнә ялпаҡ тәрилкәле лампа эленгән. Икеһе лә мыҡты кәүҙәле, уңған, аҙ һүҙле хужалар иҫ киткес ҡу наҡсыл да, алсаҡ та ине.
Алдарына әле бәрәмәс, әле һаҙ еләгенән эшләнгән повидло килтереп ҡуйып: — Ашағыҙ, барынса етешегеҙ, күгәрсенкәйҙәрем, — тип ҡыҫтаны Анна Михайловна ҡунаҡтарҙы.
Ашағандан һуң, хужабикә Владимир Ильичкә алдан әҙер ләп ҡуйылған бүлмәне күрһәтте.
Өйгә төкәтеп һалынған бәләкәй генә был бүлмә һөт айыр тыу бүлмәһе һәм йәшелсә склады хеҙмәтен үтәгән.
Тупһанан аша атлау менән Владимир Ильич бүлмәгә күҙ һирпеп алды. Бүлмәнең мөйөштәрендә аҡлағандан һуң кибеп тә өлгөрмәгән зәңгәр таптар күренгеләй, ике тәҙрәлә ныҡ крахмалланған ҡорғандар ҡабарышып тора, иҙән ҡырып йыуылған, бүлмә эсе таҙа. Ул ҡулы менән түшәмгә һуҡҡы лап алды ла көлөмһөрәп ҡуйҙы. Бала сағында, Семберҙә, уның бүлмәһе лә ошондай ыҡсым гына ине, түшәме лә тәпә шәк, мебеле лә шундай ябай ғына, шулай ҙа бик яйлы була торғайны. Уға Подольскиҙә әсәһе әҙерләп ҡуйған бүлмә лә нәҡ ошоноң һымаҡ ине. Был хәл бик күптән, бынан ун ете йыл элек, Себерҙән һөргөндән ҡайтҡас булғайны. Әйткәндәй, уның илгиҙәр тормошонда йәшәргә тура килгән бөтә бүлмәлә ре лә ошо бүлмәгә оҡшағайнылар кеүек. Бәлки, тимер кара уаттарҙың баштарындағы биҙәктәре генә төрлөсә булғандыр, тәҙрә өлгөләре генә ҡайһы бер урында ҙурыраҡ, икенсе урын да бәләкәйерәк уйылғандыр, ләкин һәр бүлмәлә китаптар 64