Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 62.

кәрәк. Ул ифрат егәрле машинист тә, бынамын тигән конспи­ ратор ҙа икән, — тине.

— Ниңәлер ат күренмәй бит әле, — тине Люли, ғәйепле төҫ менән. — Беҙ бит өсөнсө көн үк килеп етергә тейеш инек. Атайым ни өсөн һәр көн һайын кис ат ебәрергә уйламаны икән — аңламайым.

— Зарар юҡ, йәйәү атларбыҙ. Нисә саҡрым? — тип һора­ ны Владимир Ильич.

— Ун дүрт саҡрым самаһы.

— Барып етербеҙ.

Тимер юл буйлап өс саҡрымдай араны уҙҙылар. Ҡаршыға дөбөр-шатыр егеүле ат килеп сыҡты.

— Вяйно, һинме был?— тип ҡысҡырҙы Люли фин телендә.

Ылаусы атын туҡтатты.

— Был минең ҡустым, — тине Люли. — Ниңә шулай һуңланың? — тип һораны ул ҡустыһынан.

— Мин ваҡытында килгәйнем дә ул, паровоз, бик ныҡ итеп ҡысҡыртып, атты өркөттө, — тип яуап ҡайтарҙы ма­ лай. — Бәйләп ҡуйылған урынынан ысҡынды ла тороп сапты. Атты саҡ-саҡ тынысландырҙым да станцияға яңынан борол­ дом.

— Их һин, атты өркөтмәҫкә лә ҡулыңдан килмәй, — тип шелтәләп алды Вяйноны апаһы. — Хәҙер йәһәтерәк өйгә ҡайтайыҡ.

Улар арбаға аяҡтарын һалындырып ултырҙылар ҙа ҡа­ рағай урманының саф һауаһын һулай-һулай ары елдерҙеләр. Үрҙәргә артылғанда юлсылар арбанан төшөп йәйәү атланы­ лар. Түбәндә, текә ярлауҙарҙағы тоноҡ күлдәрҙә, болоттар йөҙгәне сағылып ҡала.

Арба юлынан уңға, һикәлтәле урман юлына, боролдолар. Улар арба артынан барҙылар, ат, өйгә яҡынайыуҙы һиҙеп, юрта башланы. Боролманы уҙғас, ағастар, ике яҡҡа айыры­ лып, киң ҡапҡа яһанылар, ә улар артында мөһабәт йәшеллек менән ҡаймаланған һәм ай яҡтыһы һаран ғына яҡтыртҡан аҡлан, аҡлан уртаһында, боронғо әкиәттәге һымаҡ, бәләкәй генә йорт күренә.

Ҡарт Парвиайнен, төрөпкәһен көйрәтеп, күтәрмәлә баҫып тора ине.

Ҡунаҡтар кухнягә инделәр.

— Таныш булығыҙ, — тине Рахья, Владимир Ильичте та­ ныштырып, — беҙҙең ҡунағыбыҙ һәм минең дуҫым Констан­ тин Петрович Иванов. Анна Михайловна, Петр Генрихович — минең Люлиҙең әсәһе менән атаһы, — тип ҡәйнәһен, ҡайны­ һын таныштырҙы.

63
Закрыть