Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 60.

Бына инде паровоз Финляндия территорияһынан елә. Па­ ровоз ҡайҙа булһа, бөтә вагондар ҙа, шунда буласаҡ. Хәҙер инде туҡтатырға көстәре етмәҫ. Күперҙән иң һуңғы вагон да дөбөрҙәп үтеп китте. Бына Финляндия сигендәге Райяйоки станцияһы. Булды! Бөттө!

Машинист үҙенең ярҙамсыһына табан боролдо һәм, Вла­ димир Ильичтең яурынынан дөпөлдәтеп ҡағы п: — Күрҙеңме, Ҡарт, үтеп киттек бит! Хәҙер бөтәһе лә үтте. Ял ит әйҙә, — тине.

Бына ошолай һәйбәт итеп таҫыллыҡ менән эшләү, барыһы ла ябай, ғәҙәттәге эш бит ул тигән һымаҡ танау аҫтынан ғына ниндәйҙер көй көйләү машинистән ниндәй ҙур көсөргәнешлек талап иткәнлеген күрҙе Владимир Ильич.

— Тегендә минең пинжәктән тартыуығыҙ өсөн рәхмәт, — тине Ялава. — Ленин тураһында, партия хаҡында шундай ғәйбәт һүҙҙәре ишетһәм, йөрәгемә ҡаҙала. Түҙемлегем етмәй башлай.

— Эйе, — тине Владимир Ильич, — дөрөҫ, түҙемлек етмәй.

Териоки станцияһында «кочегар» машинистең ҡулын ныҡ итеп ҡыҫты: — Рәхмәт, ҡәҙерле иптәш!

— Нимә өсөн рәхмәт? Тик бына һәйбәт башланған эш һәйбәт бөтһөн. Хәйерле сәғәттә!

— Хәйерле юл! — тип яуап ҡайтарҙы Владимир Ильич.

Ялава рычагты күсерҙе, паровоз, Финляндия урмандарына дәртле һыҙғырыуын яңғыратып, артабан сапты, мәғрур ҡара­ ғай олондары сағыу яңғырау тауыштары менән яуап бирҙе уға.

Өс күҙле паровоз тиҙлеген тағы ла арттырҙы. Киң торба­ һынан, серәкәйҙәр болото шикелле, осҡондар осто.

9. ИШЛЕ ҒАИЛӘЛӘ Териоки станцияһында, тимер юлды аша сыға торған ерҙә, алдан һүҙ ҡуйышҡанса, Владимир Ильичте шул уҡ поезд менән, бары тик төрлө вагондарҙа килгән Рахья, Шотман һәм Люли көтөп торалар ине. Владимир Ильичте күргәс тә, улар уға ҡаршы ашыҡтылар, бөтәһенең дә өҫтөнән ауыр таш төш­ кәндәй булды.

— Үҙегеҙҙе иҫән-һау килеп етеүегеҙ менән ҡотлайым! — тине Люли, ҡыуанып.

Владимир Ильич яурынын һикертте: — Ҡотларға икән инде, мине түгел, Ялаваны ҡотларға 61
Закрыть