Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 6.

нан газеталар әҙләп табырға кәрәк тигән уй менән тора ине. Ҡайһы бер газеталарҙы Разлив станцияһында, икенселәрен күрше станцияларға барып һатып ала, уларҙы күлдәк аҫтына билбауына ҡыҫтырып, үҙе генә белгән һуҡмаҡтар буйлап бар ҡөсөнә сабынлыҡҡа ҡарай югерә. Ул Владимир Ильичтец түҙемһеҙлек менән ҡулдарын һоноуын, газета төргәктәрен алып йәйеп һалыуын һәм йәһәт кенә күҙ югертеп сыҡҡандан һуң, һәр ваҡыт: «Бына молодец, бөтә газеталарҙы ла тапҡан­ һың. Рәхмәт!» — тип әйтеүен күҙ алдына килтерә.

Владимир Ильич ике ҡулы менән газетаны йәйеп тота ла, әйтерһең, бөтөнләй уның эсенә сума — бары тик шыма ялтыр түбәһе генә күренә. Уҡып бөткәндән һуң ситкә ташланған тазета бушап ҡалған төҫлө тойола. Ул дәртләнеп газеталарҙы бер-бер артлы уҡып сыға, бына инде ел уҡылған газеталарҙы елберҙәтә башлай, ә Владимир Ильич ҡапыл ғына түңгәк өҫ­ төнә килеп ултыра, унан дәфтәрен асып һалып йәһәт кенә яҙырға керешә.

Владимир Ильич ҡыуышта йәшәгән мәлдә Сашаның тор­ мошондағы бөтә нәмә ғәҙәттәгесә түгел ине, уның башы туҡ­ тауһыҙ эшләй ине. Төштән һуң ул, күршеләге дачниктәр уның бер ергә барырға ла ашыҡмауын, ҡабаланмауын, ҡайҙа ба­ рырға, нимә менән шөғөлләнергә икәнен дә белмәүен күрһен өсөн, баҫҡыстан иҫнәй-иҫнәй яй ғына төшә. Бер аҙҙан ул ҡустыһы Колька менән әбәк-әбәк уйнарға тотона, үҙе өй ти­ рәһендә шикле кеше күренмәйме икән тип күҙәтә, унан ҡылымыҡҡа төшөп бәйләп ҡуйылған кәмәһен ысҡындыра ла күлдең теге яҡ ярындағы ҡыуышҡа табан ишкәген ишергә тотона.

Сашаға ҡыуыш эргәһендәге кәбән һәр ваҡыт, нисектер, үҙенә башҡа һымаҡ тойола, уны бүтән кәбәндәр менән бутар­ лыҡ түгел: башҡа кәбәндәр төҫһөҙ ҙә, килбәтһеҙ ҙә, йәнһеҙ ҙә, ә бында ҙур, шомло, көсөргәнешле тормош ҡайнай кеүек. Бына хәҙер ошо кәбән ҡапыл ғына шундай уҡ ябай, күңелһеҙ, моңһоу булып ҡаласаҡ. Бында бер нәмә уйламайынса малай­ ҙар менән күмәкләшеп килергә, кәбән янында ҡунып ҡалыр­ ға, иртән балыҡ тоторға ла мөмкин булыр, был ҡыуыштың ниндәй серҙәр һаҡлауын бер кем дә белмәҫ. Аҡлан да йәм­ һеҙләнеп ҡалды, һаҙлыҡтан килгән еҫ нығыраҡ һаҫыҡланды, бары күл ситендәге ҡамыштар ғына, ҡыштыр-ҡыштыр килеп, елдә сайҡалалар.

Владимир Ильич, ҡыуыш эсендә баҫып торған килеш, егет ҡыуаҡтар араһына инеп юғалғансы уның артынан ҡарап ҡалды. Париген башына кейҙе. Елем һеңгән ҡытыршы ту- 7
Закрыть