Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 59.

— Белмәйем шул. Бер ҡасан да күргәнем дә юҡ, шулай ҙа бик ышаныслы кешеләрҙән ишеткәнем бар, Ленин иң ғәҙел кеше, шуға күрә лә буржуйҙар уны күрә алмайҙар, уға яла яғалар.

Владимир Ильич Я лаваның пинжәк салғыйынан тартты.

— Ипләберәк, иптәш, ипләберәк, ундай һүҙҙәр һөйләр урын түгел был, — тип бышылданы ул.

Ялава кеҫәһенән сәғәтен алып ҡараны. Поезд ҡуҙғалырға һанаулы ғына минуттар ҡалды.

— Йә, ярай, йәһәтерәк ҡыймылда! — тип бойорҙо ул һыу тултырыусыға.

Эшсе тар ғына ишектән инеп китте. Эсәк буйлап тендергә геүләп һыу аға башланы. Ялава, тәҙрәнән үрелеп, тирә-яғын иғтибар менән күҙәтә — юнкерҙәр был яҡҡа килергә уйламай­ ҙармы? Әгәр шулай булһа, ул паровозды туп-тура сит илгә ҡыуасаҡ. Яҙатайым пуля килеп теймәһен өсөн, үҙенең пасса- жирен ул утын араһындағы ҡыуышҡа ултыртасаҡ.

Эшсе һыу һурҙыра һәм, машинист ҡасан ҡулы менән: «Етәр!» — тигән ишара яһар икән тип, асыҡ ишектән ҡарай. Ныу инде ташып китте, ләкин Ялава: «Әйҙә, әйҙә, ялҡаулан­ ма, һурҙыр!» тигәндәй, башын ҡағып ҡына ҡуйҙы.

Эшсегә ул: «Етәр!» — тип ишара яһаны ахыр сиктә.

Ялава паровозды артҡа табан алып киткәс, юлда күл ха­ сил булды. Тәгәрмәстәр аҫтынан һыу сәсрәп бара.

Станцияла ҡыңғырау ҡаҡтылар: бер, ике, өс...

Ҡыңғырау өсөнсө ҡабат яңғырап туҡтағас, паровоз состав янына килеп етте.

Тағыусы сынйырҙы йылдам ғына ырғаҡ өҫтөнә һалды.

«Кочегар» мейес ҡапҡасын асты ла гөлтләп янған ялҡынға бер нисә ярҡа һалды. Пар ебәргәс, Ялава рычагты саҡ ҡына ҡуҙғатып ҡуйҙы.

Ялава поезды яй ғына алып китте. Ил сигендә тиҙлек бик әкрен булырға тейеш, сөнки тимер юлдағы тупраҡ өйөмөнөң буйынан-буйына сүкәйеп ултырған таможня чиновниктәре һәм ил сигендәге һаҡсылар вагон аҫтына берәй төрлө контрабанда таҡмағандармы, буферҙәргә берәйһе йәшеренмәгәнме, тип тикшерергә мөмкин булһын өсөн шулай эшләнә ул.

Бына Сестра йылғаһы аша һалынған күпер. Россия менән Финляндияның сиге инде был. Тағы ла бер йөҙ метр самаһы ер уҙғас, рус ил сиген һаҡлаусылар артта тороп ҡаласаҡ.

Ил сиге аша Ялава нисә тапҡыр күпме кешеләрҙе алып сыҡҡаны бар, ләкин ошо күпер аша уҙғанда, ул һәр ваҡыт тулҡынлана, аяҡ быуындары дерелдәй, ҡапыл һыбыҙғы һыҙ­ ғыртырҙар ҙа поезды туҡтатырҙар, тип ҡурҡа ул.

?60
Закрыть