Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 58.

нып ҡуйҙы. Ул бында хужа. һәр бер хәрәкәте һаҡсыл, теүәл, төплө уйлап эшләнә. Матур итеп эшләй был кеше!

Ялава тәҙрәгә ҡараны ла: — Белоостровҡа яҡынлашабыҙ. Тәҙрәнән һонолоп ҡара­ мағыҙ, утын тирәһендә генә булашығыҙ, манометр быялаһын һөртөп алығыҙ, — тине.

Ил сигендәге станция перроны юнкерҙәр, полицейскийҙәр менән тулған, улар шунда уҡ, пассажирҙәрҙең документтәрен тикшереү өсөн, поезға ябырылдылар. Машинист паровоздан ырғып төштө лә буфер аҫтына инеп китте, паровозды поездан ысҡындырҙы ла бер нисә секундтан инде уны алға табан алып та китте. Владимир Ильич: — Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? — тип һораны.

— Һыу алырға барабыҙ! — тип яуап ҡайтарҙы Ялава.

Ул паровозды водокачка янында ғына туҡтатты ла: — Ебәр әй-ҙә! — тип ҡысҡырҙы.

Будканан бер эшсе күренде, ул ғәҙәтенсә водокачканың эсәген тендер өҫтөнә юнәлдереп, һыу һурҙырырға тип китергә генә уйлағайны, шул саҡ Ялава, сәғәтенә ҡарап, уны саҡырып алды.

— Тартҡың киләме? — тип портсигарын һуҙҙы.

Эшсе ыштанына ҡулын һөрттө лә һаҡ ҡына папирос алды, уны әйләндергеләп ҡараны, еҫкәне һәм ҡолағына ҡыҫтырып ҡуйҙы.

— Бындай тәмәкене онотоп бөттөк инде. Ярай, был тәмә­ кене һуңынан үҙем генә рәхәтләнеп тартырмын.

— Тормош нисек? — тип һораны Ялава.

— Эт белһен инде уны! Бер һүҙ менән генә әйткәндә, ала­ ма, бик алама. Ашайым тиһәң, икмәге, тартайым тиһәң, тә­ мәкеһе юҡ. Бында юнкерҙәрҙе көтөүе менән килтерҙеләр. Ниндәйҙер шпионды эҙләйҙәр икән. Йәһәтерәк тапһындар ине, бәлки, шунан һуң тормош та көйләнеп китер ине.

Владимир Ильич ҡапыл асыҡ мейес эргәһендә ҡатып ҡалды.

— Улар кемде эҙләйҙәр һуң, белмәйһеңме? — тип һораны Ялава.

— Ленинде. Ул Германияның шпионы икән, болыневик- тәрҙең бөтәһе лә шпиондар, ти.

— Их һин, ахмаҡ, бисәләр һөйләй, ә һин шуға ҡолаҡ ҡарпайтаһың.

— Бисәләр генә һөйләһә икән! Бөтә газеталар шул хаҡта яҙалар.

— Был яла яғыуҙар ҡарт бисәләр өсөн яҙылған.

— Ә һин үҙең Ленинде беләһеңме ни?

59
Закрыть