воздан ҡаршы яҡҡа һикереп төштө. Териокигә тиклем ул вагонда пассажир булып барасаҡ.
Теге кеше ҡайын эргәһенән айырылды, тимер юлдағы туп раҡ өйөмө аша һикереп сыҡты, баҫҡыс тотҡаһына йәбеште һәм йәштәрсә етеҙлек менән паровозға менде. «Бер ҙә ҡарт түгел был», — тип уйлап ҡуйҙы Ялава. Шотман менән Рахья- ның вагонға менгәндәрен көтөп торҙо. Поездағы пассажирҙар, айныҡтарылыр, моғайын, ниндәй туҡталыш, тип ҡыҙыҡһына башланылар. Ялава рычагты күсерҙе, һәм яңынан ағастарҙың ялбыр сатырҙары артҡа югерә башланы, телеграф бағаналары йылҡылдап ҡалды.
Удельная станцияһына тиклем пассажиргә күҙ һирпеп алырға ла ваҡыт булманы. Уның ҡарауы Удельнаянан ҡуҙ ғалып киткәс, Ялава Ҡартҡа ҡулын һуҙҙы һәм: — Кочегар булып килдегеҙме? — тип һораны.
— Беҙгә ярҙамсы итеп ебәрҙеләр, — тине Владимир Ильич.
— Мейескә утын өҫтәп торорһоғөҙ, туҡталыш ваҡытта рында айырыуса егәрле булығыҙ. Юнкерҙәр килеп инә ҡалһа, һүҙгә ҡушылмағыҙ, үҙ эшегеҙҙе генә белегеҙ. Бөтәһе өсөн дә үҙем яуап бирермен. j Ялава мейестең түңәрәк ҡапҡасын асты һәм ут яҡтыһында үҙенең ярҙамсыһына ҡарап алды. Ҡырҡ йәштәр самаһында ғы эшсе, костюме таушалған, кепкаһы иҫке, сәстәре уртаға бүленеп бөхтә итеп таралған һәм, ул ваҡыттағы мода буйын са, «күбәләк» һымаҡ итеп маңлайына һалынған, ҡырынған, ә күҙҙәре уйсан да, шәфҡәтле лә, саҡ ҡына шаян да — арыу кеше.
Ялава йәтеш кенә итеп киҫелгән ҡоро ҡайын ярҡаларын бер ҡосаҡ итеп алды ла мейескә ырғытты. Яңы кочегар ҙа һул беләген бөгөп ярҡалар күтәрҙе һәм, утҡа күҙҙәрен йомоп, йөҙөн саҡ ҡына ситкәрәк бороп, утындарҙы оҫта итеп мейес кә ырғытты.
Парголовоны, Левашовоны уҙып киттеләр, шунан һуң, ер аҫтындағы юлдан үткәндәй, ҡап-ҡара төтөн аша елдерҙеләр.
— Торф яна, — тип аңлатты Ялава. — Ил сигенә тиклем һаҙлыҡтар яна. Был тирәләге бөтә бесән юҡҡа сыҡты, мал да байтаҡ ҡырылды.
Машинист сабыр, сос кеше. Ҡулдары рычагты шундай та ҫыллы итеп йөрөтә, әйтерһең дә ғүмерлеккә йәбешкәндәр, ҡараштары менән пар баҫымын, юлдың тирә-яғын байҡай. Майланған, люстриндән тегелгән кеүек йылтырап торған курт каһы эсенән таҙа күлдәге күренеп тора. Машинистең һалмаҡ, ышаныслы хәрәкәттәренә Владимир Ильич ирекһеҙҙән һоҡла 58