Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 56.

өсөн, машинискә был аралыҡты уҙғанда бер генә минут булһа ла ваҡытты оторға кәрәк ине.

Аша сығыу урынын үткәс, ҡалҡыулыҡтағы ҙур ҡайын эргәһендә Ялава поезды бик аҙға ғына туҡтатырға һәм поезға пассажирҙар ултыртырға тейеш. Ул составты тик бер генә минутҡа туҡтатырға тейеш, тап ана шул бер минут кәрәк тә инде уға. Питерҙән Райволаға бара торған һуңғы төнгө поез­ ды ул бына шуға күрә лә кәрәгенән артыҡ тиҙлек менән ҡыуа. Партия Ялаваға үтә мөһим йомош йөкләткән: ҡайын янындағы кешене поезға ултыртырға һәм Финляндия сигә аша алып сығырға кәрәк.

Болыневиктәр партияһының ҡушыуы буйынса, Ялава Финляндия сиге аша йәшерен рәүештә революционерҙәрҙе тәүге тапҡыр ғына алып сыҡмай инде, ә 1905 йылда ул ре­ волюцион Петроградҡа күпме тыйылған әҙәбиәт, ҡорал та­ шыны! Ул мәлдә Ялава резолюционерҙәрҙең йәшерен бәйләне­ шенең бер төйөнө булды, шунан бирле был бәйләнеш дауам итә: Шотман — Рахья — Кальске — Ялава — Ровио... Был ке­ шеләр күптәнге тотороҡло большевистик дуҫлыҡ ептәре менән бәйләнгәндәр, был ептәр бер ҡасан да өҙөлмәне, ошо дуҫтар- араһына бер ваҡытта ла дошман провокатор үтеп инә алманы.

Ялава янына бөгөн көндөҙ Шотман килде һәм, Финляндия- ға партиялы бер «Ҡарт»ты алып сығырға кәрәк, тине. Ваҡыт­ лы хөкүмәт уны эҙләй, ил сигендә тикшереү була ҡалһа, юнкерҙәр уға иғтибар итмәһендәр, көтмәгәндә Ҡарттың документтәрен тикшерә башламаһындар өсөн, быны бик оҫта итеп ойошторорға кәрәк, тип иҫкәртте ул.

«Тыныс булығыҙ, машинамда мин үҙем хужа, уға бер генә юнкер ҙә моронон тыға алмаҫ», — тип ышандырҙы Ялава Шотманды.

Ҡарттың кемлеген Ялава белмәй, элегерәк поезға ултыртып йөрөткән революционерҙәрҙең исемен дә ул бер ҡасан да һораманы.

Ялава тәжрибәле конспиратор, артыҡ һорауҙар биреп төп­ сөнмәй.

Ҡарт барған поезд менән Шотман үҙе лә, Люли һәм Рахья ла барасаҡ, тине Шотман...

...Ҡараңғылыҡта аша сығыу урынындағы сторождың йәшел фонаре баҙлап китте, тормоз һалырға ваҡыт еткәндер, тиҙҙән ҡалҡыулыҡтағы ҙур ҡайындың аҡ олоно паровозды ҡаршылар. Теге кеше ағас төбөндә торор һәм папиросын һу­ рыр. Бер, ике, бер, ике. Был уға, Ялаваға, сигнал.

Папирос уты баҙлауыҡтай баҙлап китте. Тормоздар шы* ғырҙап ҡуйҙы. Ялава тарафынан иҫкәртелгән кочегар паро- 57;
Закрыть