Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 55.

Хәйер, уның атаһында ла тәкәбберлек, маһайыу юҡ түгел ине. Тап бына ошо тәкәбберлек, шапырыныу уның улының күңелендә ҡотороп үҫкән дә инде. Ағалы-ҡустылы Ульянов- тарҙың икеһендә лә бөтә фәндәр буйынса ла бишле билдәләре ине, фәҡәт логиканан ғына өлгөргәнлек аттестатында икеһенә лә дүртле ҡуйылғайны. Ә логиканы — Федор Михайлович «үҙе» уҡытты, үҙенән башҡа берәй кешенең был фәнде «биш»кә белеүен ул күҙ алдына килтермәй ине.

Владимир Ильич газетаны ситкә алып ҡуйҙы.

Россияла төп дәүләт власенең хәрби диктатураға әүере- леүе хәҙер асыҡ. Эсерҙар һәм меныневиктәр партияларының етәкселәре революцияға хыянат иттеләр, һан яғынан үҙҙәре күпселекте алып торған Советтәрҙе контрреволюцион Ваҡытлы хөкүмәттең ярҙамсы органына әүерелдерҙеләр. Рус револю­ цияһының тыныс юл менән үҫешенә өмөт бөтөнләй өҙөлдө. ч<Бөтә власть Советтәргә!» тигән лозунг хәҙер дөрөҫ түгел. Ул — июль ваҡиғаларына саҡлы, эсерҙар һәм меныневиктәр капитуляция яһап, Советтәрҙе контрреволюцияның фига япра­ ғына әйләндергәнгә тиклем, революцияның тыныс юл менән үҫешенә юнәлтелгән лозунг ине.

Көстәрҙе бергә тупларға. Ҡораллы восстаниегә, власте про­ летариат ҡулына бирергә әҙерләнергә кәрәк.

Ә үҙемә, хәрәкәт итә башлау өсөн, йәһәтерәк йәшеренергә кәрәк...

Владимир Ильич 9 июлдә Разливкә Емельяновтарға күсеп килде. Ул унда теп-теүәл бер ай йәшәне, тәүҙә һарайҙа, унан ҡыуышта эшләне. Ошонда йәшәгән мәлдә ул партияны ҡорал­ лы восстаниегә юнәлтеүсе VI партсъезға етәкселек итте, көн һайын тип әйтерлек газеталарҙа баҫылған мәҡәләләрендә про­ летариатҡа уның бурыстарын аңлатып бирҙе.

Ә инде 8 августа Ленин, ҡыуышты ҡалдырып, яңынан юлға сыҡты, яңы позицияға күсте.

8. ОСҠ ОНДАР ОСТО Тимер юлсылар теле менән әйткәндә, был иң һуңғы «иҫе­ рек» поезд ине. Ул һуңға ҡалған, ҡыҙмаса булып алған кешеләрҙе Питерҙән алып китә торғайны, унда һәр ваҡыт иҫеректәр күп була.

Паровозды Гуго Ялава йөрөтә, ул тәҙрәнән биленә саҡлы һонолоп, рычагтан ҡулын ысҡындырмай ғына, төн ҡараңғы­ лығына төбәлгән. Удельнический паркы эргәһенән паровоз >елдерә. Удельная станцияһына һуңламайынса барып етер 56
Закрыть