Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 52.

тураһында барғанда, ҡапыл ғына бер ҡарарға килеү еңел тү­ гел, күрәһең.

Иң аҙаҡтан Стасова килде.

— Мин бында Таврида һарайынан килдем, — тине ул. — Мәсьәлә һаман ҡатмарлана. Кемдер Ваҡытлы хөкүмәт ҡу­ лында Лениндең батша охранкаһы тарафынан ялланғанлығы тураһында полиция департаменте архивенән алынған доку­ мент бар икән тигән хәбәр таратҡан.

Бүлмәлә ауыр тынлыҡ урынлашты.

Надежда Константиновна Ильичтең ҡаты борсолоуҙан бите тартышыуын күрҙе.

— Быныһы инде саманан тыш, — тине Владимир Ильич, ауыр көрһөнөп. — Минең судҡа барырға тейешлегем хәҙер иптәштәргә ап-асыҡ түгелме ни инде?

— Тап бына хәҙер инде асыҡ судтың булмаясағы ла, яңы­ нан-яңы ялған ялалар әҙерләнәсәге лә күренде, — тине Ста­ сова.

— Ильич властәр янына барырға тейеш түгел. Юнкерҙәр уны төрмәгә алып барып та еткермәйәсәктәр, юлда уҡ үлте­ рәсәктәр, — тине Сталин.

— Үҙеңде ҡулға алырға мөмкинлек биреү — үҙ-үҙеңде үлтереү тигән һүҙ. Ә был нимәгә кәрәк һуң? — тип ҡыҙып китте Мария Ильинична.

Владимир Ильич тәҙрәгә табан боролоп баҫҡан. Надежда Константиновна уға йөрәге әрнеп ҡараны. Бына әле Ильичтең йөрәге менән уның аҡылы араһында ниндәй тартҡылашыу барғанлығын бәлки бары ул ғына аңлағандыр.

Ахырҙа Ильич иптәштәренә йөҙө менән боролдо. Надежда Константиновна Ильичтең үҙендәге көслө нәфрәтте баҫа алы­ уын, ҡаты ударҙан арыныуын, үҙ кисерештәрен теҙгенләүен ан;ланы.

— Эйе, бер ниндәй ҙә асыҡ суд булмаясағы, бының фәҡәт кәмиткә генә әйләнәсәге, ә был хәлдең партияға ифрат ҙур* зыян килтерәсәге хәҙер миңә ап-асыҡ. Яла яғыусыларҙы беҙ матбуғатыбыҙ аша фашлаясаҡбыҙ, әлеге шарттарҙа болыне- виктәр үҙ-үҙҙәрен ҡулға алдыртырға тейеш түгелдәр тип тө- шөндөрөрбөҙ. Эшселәр беҙҙе аңлар. Рәхмәт, иптәштәр.

Бөтәһе лә еңел һулап ҡуйҙылар.

Владимир Ильич Петроградтан ошо бер-ике көн эсендә под- польеғә китергә тейеш, тип хәл иттеләр.

Иптәштәре хушлашып таралышты. Был квартирала оҙаҡ­ ҡа ҡалыу хәүефле ине. Мария Ильинична иң аҙаҡ сыҡты.

— Йә, һаумы, Ильич, хәҙер мин һине таныйым инде, — тине ул китер алдынан.

53
Закрыть