Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 51.

етәксе ядроһының ҡулға алыныуы эшселәр синыфы ойошма­ һына удар ине. Тап ошо ваҡытта, Шпалерныйҙа төрмәлә ултырған сағында, ул үҙен бер ҡасан да иркенән мәхрүм итергә юл ҡуймаҫҡа һүҙ бирҙе. Дөрөҫ, ул 1900 йылда кәрәге- нән артыҡ конспирация ҡулланыуы арҡаһында тотолдо һәм: ике аҙна төрмәлә ултырҙы, тик ул мәлдә полиция бер ниндәй ҙә дәлил таба алманы. 1905 йылғы революцияла шымсылар уның артынан серәкәй болотондай ябырылды, ләкин ул әллә нисә ҡабат уларҙың танау аҫтынан ҡасып ҡотолдо.

Ләкин ул төрмәлә лә, хөкөм ителгәндә лә, һөргөндә лә бер ҡасан да үҙен кәмһетелгән, мыҫҡылланған кеше итеп тойма­ ны. Был алыш дошман менән асыҡтан-асыҡ алыш ине. Бөтә* аңлы ғүмерендә ул эшселәр синыфы менән бергә барҙы һәм, үҙ балаларым минең үҙ әсәләре булыуыма ышаналармы, юҡмы, тигән шомло уйҙы бер ваҡытта ла уйламаған әсә ши­ келле үк, эшселәр минең эскерһеҙлегемә ышаналармы, юҡмы икән, тигән фекерҙе башына ла килтермәне ул. Ә бына хәҙер* үҙенең намыҫының сафлығын иҫбатларға, үҙен һәм партияны әшәке яла яғыуҙарҙан һаҡларға, эшселәр синыфы ҡаршы­ һында хөкөм алдына баҫып аҡланырға тейеш. Тиҙерәк тик­ шереү эше башланһын да, хөкөм алдына баҫып аҡланырға ине, ул саҡта Алексинский һәм уның компанияһының яла яғыуҙары уларҙың үҙҙәренә ҡаршы төбәлер ине.

Владимир Ильич, ҡулдарын артҡа ҡуйып, ишекле-түрле йөрөнө, хатта эңер төшөүен дә һиҙмәне.

Ныҡлы ҡараңғы төшкәс, иптәштәре, Үҙәк Комитет ағза­ лары йыйыла башланы.

Иң элек Серго Орджоникидзе, Надежда Константиновна һәм Мария Ильинична килеп инде. Серго, Владимир Ильичте Петропавловск крепосенә урынлаштырыуҙан баш тарттылар, тине. Шулай итеп, юнкерҙәр хужа булған «Кресты»ҙа бер ке­ шелек камераға ябыу тураһында ғына һүҙ булырға мөмкин, ә был инде һис шикһеҙ һәләкәтте аңлата.

Серго, үҙеңде үҙең ҡулға алырға ризалыҡ белдереү — аҡылһыҙлыҡ, тип ярһып-ярһып иҫбатларға кереште, Надежда Константиновна Владимир Ильичтең Орджоникидзе фекере менәя ризалашырға әҙер булыуын тойҙо.

Аҙағыраҡ Ногин менән Сталин килде. Ногиндең фекерен­ сә, Ильич судҡа барырға һәм алышырға тейеш. Ногин, Мәс­ кәүҙәге иптәштәр ҙә Ильич яла яғыуҙарҙан аҡланырға һәм быны суд аша эшләргә тейеш тип иҫәпләйҙәр, тине.

Надежда Константиновна Владимир Ильичтең ҡайтанан икеләнә башлауын һиҙҙе. Уның Владимир Ильичте бер ҡасан да бындай хәлдә күргәне юҡ ине әле. Күҙ үҙ-үҙеңде яҡлау 52
Закрыть