Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 50.

һине суд алдына баҫырға тейеш тип таба икән, быға ҡаршы мин протест белдерәсәкмен һәм быға юл ҡуймаясаҡмын, — тине.

— Һин ҡыҙыулыҡ менән үҙ-үҙеңә ҡаршы киләһең. Мин Үҙәк Комитет ихтыярына ышанам.

Мария Ильинична менән Надежда Константиновна сығып китте. Владимир Ильич яңғыҙ ҡалды.

Ул 1887 йылда батша полицияһының нисек итеп үҙен ҡулға алыуын хәтеренә төшөрҙө. Ул саҡта уға ун ете йәш ине. Университеттә полиция режименә ҡаршы йыйылышта биш йөҙ студент ҡатнашты. Йыйылышта ҡатнашыусыларҙан йөҙ кеше, шулар араһында ул да, ҡулға алынды. Уның револю­ цион эшкә тәү тапҡыр ҡатнашыуы ине. Полицейский уны Ҡазан урамдары буйлап алып барғанда, эске бер тулҡынла­ ныуҙан, ғорурланыуҙан тәндәре семерҙәп китте, мөһим халыҡ эшендә ҡатнашыуын аңлап, ул үҙен бәхетле кеүек итеп тойҙо. Был юлдан бер ҡасан да ситкә тайпылмаясағын аңланы ул.

Уны төрмәлә ике тәүлек кенә тоттолар. Шулай ҙа ошо ике тәүлек эсендә лә ул революционер өсөн иң мөһиме — өҙлөкһөҙ көрәш икәнлеген, тимәк, иреккә ынтылырға, кисекмәҫтән конспирация оҫталығына эйә булырға кәрәклеген аңланы. На- родниктәрҙең конспирация методтарын ныҡышмалы өйрәнде, күнекмәләр яһаны: аша үтеп йөрөргә мөмкин булған ихата­ ларҙы ентекләп ҡарап сыҡты, бер һирпелеп ҡарауҙа уҡ урам­ ды байҡарға, уҙып барыусы кешеләрҙе хәтерләргә, шымсылар­ ҙы обывателдәрҙән айырырға, аяҡ тауышынан уҡ артыңдан кем килеүен һиҙергә, «ҡойроҡто» өҙөп ҡалдырырға өйрәнде. Ни­ ңәлер бер ҡарт народоволец: «Конспираторҙың күҙе соңҡаһын­ да ла булырға тейеш», — тигәйне уға. Владимир Ильич быны һәр саҡ иҫендә тотто. Ул шифрҙар, йәшерен урындар төҙөргә, конспиратив квартиралар ойошторорға, тышҡы ҡиәфәтен үҙгәр­ тергә, яҙыу дәфтәренә шифр менән яҙырға өйрәнде. Һәр ваҡыт кеҫәһендәге нәмәләрҙе тикшереп торҙо, күп һандағы ҡушамат­ тарҙы, осрашыу адрестәрен, паролдәрҙе, шифр асҡыстарын хәтерҙә һаҡларға, эшселәргә аңлайышлы булһын, цензура бәйләнә алмаһын өсөн, бик мөһим мәсьәләләр буйынса эзоп телендә яҙырға ентекләп өйрәнеп алды һәм аҙаҡ Надежда Константиновнаны ла шуға өйрәтте. Эшселәргә ябай, аң­ лайышлы итеп һөйләр өсөн ғүмере буйына рус телен өйрәнде, рус һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеүҙе юғары баһаланы, сит телдәрҙең һүҙҙәре менән сүпләүҙән рус телен бик ентекләп ҡурсаланы, эшселәр өсөн яҙа белеүен иң ҙур бәхет итеп һананы.

1895 йылғы икенсе тапҡыр ҡулға алыныуын да хәтеренә төшөрҙө, уныһын ул ауыр кисергәйне. «Көрәш союзы»ның 51
Закрыть