Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 48.

Ильинична. — Асыҡ суд ултырышы яһап, һиңә трибунанан һөйләргә мөмкинлек бирергә, улар ҙа алйот түгел бит.

Надежда Константиновнаның йөрәге атылып сығырҙай бу­ лып ярһып типте. Ул Владимир Ильичтең хәлен аңлай ине.

— Һин үҙ-үҙеңде ҡулға алырға ирек бирмәҫһең бит инде, Володя! Һинең быға хаҡың юҡ!

Владимир Ильич кресло артына килеп тотондо ло : — Был минең бурысым. Мин тере кеше, шпион тигән там­ га менән йөрөй алмайым, — тине.

Мария Ильинична уның ҡаршыһына килеп баҫты. Уның күҙҙәре яна, һәм Надежда Константиновна ошо мәлдә, улар ағалы-һеңлеле бер-береһенә нисек оҡшағандар, икеһе лә ҡыҙыу характерле, икеһе лә сая ҡарашлы, күҙҙәре осҡон сә­ сеп тора, тип ирекһеҙҙән уйлап ҡуйҙы.

— Володя, мин һине танымайым! — тип ярһып һөйләргә кереште Мария Ильинична. — һиңә йәшеренергә лә эшеңде дауам итергә тейешлегең көн кеүек асыҡ бит инде. Ә һин өҙгәләп ташлаһындар өсөн үҙеңде контрреволюция ҡулына тапшырырға уйлайһың. Бындай ҡорбан кемгә кәрәк? Быға дошмандарың ғына һөйөнәсәк, тик уларҙы ғына шатланды­ раһың.

Владимир Ильич ҡапыл ғына боролдо ла өҫтәл эргәһенә барып ултырҙы.

— Был ударҙы мин үҙ әҫтәмдән генә түгел, партия өҫтөнән дә алып ташларға бурыслымын.

Мария Ильинична менән Надежда Константиновна кресло артына баҫтылар ҙа өнһөҙ генә ҡағыҙ өҫтөндә югергән перо артынан күҙәттеләр.

«Үҙәк Башҡарма Комитете Бюроһына».

— һин Бөтә Россия эшсе һәм һалдат депутаттары Советенә яҙаһың, унда бит хәҙер меныпевиктәр, эсерҙар хакимлек итә! — тип аптырап ҡысҡырып ебәрҙе Мария Ильинична.

— Мин Үҙәк Башҡарма Комитете ағзаһы, шунда мөрәжә­ ғәт итергә тейешмен.

Перо ҡағыҙ өҫтөндә югереүен дауам итте.

«Бына әле генә, 7 июлдә, көндөҙгө 374 сәғәттә бөгөн төндә минең квартираға тентеү яһалғанын белдем, ҡатынымдың протест белдереүенә ҡарамаҫтан, яҙма бойороҡ булмаһа ла, тентеү ҡораллы кешеләр тарафынан үткәрелгән. Был баш­ баштаҡлыҡҡа ҡаршы мин протест белдерәм. ҮБК Бюроһынан туранан-тура законды боҙоуҙы тикшереүҙе һорайым.

Ошоноң менән бергә, мин ышанам, Үҙәк Башҡарма Коми- тетенең бер генә ағзаһы ла шикләнмәй торған бер нәмәне 49
Закрыть