Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 47.

Уның ағымдағы счетында ике миллион дан ашыу аҡсаһы бар...» Тимәк, мин миллионер.

Икенсе биттә баҫылған «Ленинде кем фашланы» тигән мәҡәләгә туҡталды.

«Беҙ, түбәндә ҡул ҡуйыусылар, Петроград ҡалаһы эшсе­ ләренән һайланған элекке Дәүләт думаһы ағзаһы Григорий Александрович Алексинский һәм ун дүрт йыл буйына Шлис­ сельбург каторга төрмәһендә ултырған социал-революционерҙәр партияһы ағзаһы Василий Семенович Панкратов үҙебеҙ әле генә алған документтәрҙән өҙөктәр баҫтырып сығарыуҙы рево­ люцион бурысыбыҙ тип һанайбыҙ. Был өҙөктәрҙе уҡығас, рус граждандары Россияның азатлығына, революцион армияға һәм халыҡҡа ҡайҙан һәм ниндәй ҡурҡыныс янағанлығын үҙҙәре аңларҙар..,» «Ленин, Ганецкий һәм К° Россияға немец­ тәр тарафынан ебәрелгән һәм уларға немец аҡсаһы түләнгән тигән хәбәр — рәсми!»тип белдергәйне артабан «Живое слово» газетаһы.

Надежда Константиновна Ильичтең ҡобараһы осоуын, хат­ та ирендәренә тиклем ағарынып китеүен ҡурҡып күҙәтте. Уның күҙҙәре генә уттай яна ине.

Ридикюленән ҡулъяулыҡ алып, ул Владимир Ильичтең маңлайын һөрттө.

— Был ғәйбәтте юҡҡа ғына күңелеңә шул тиклем ауыр алаһың. Капиталист министрҙәрҙән, Алексинскийҙәрҙән, Ке- ренскийҙәрҙән һәм башҡа хәсрәт-социалистәрҙән тағы нәмә көтөргә мөмкин инде!

Тулҡынланыуҙан Владимир Ильичтең тыны ҡыҫылды.

— һин бит беләһең, халыҡ Ваҡытлы хөкүмәтте әле булһа революцион хөкүмәт тип һанай. Алдынғы эшселәр минең шпион булыуыма, ай-һай, ышанырҙармы икән... Әммә һалдат­ тар, ә улар халыҡтың бер өлөшө, фронтта «шпион» тигән һүҙҙе ифрат та ауыр ҡабул итәләр... Маняша! Надюша! Был хәлдең беҙҙең партия өсөн нимә булыуын беләһегеҙме һеҙ? Мин судҡа барырға тейеш... Эйе, эйе, хәҙер үк.

— Нимә һөйләгәнеңде уйлап ҡара, Володя! — тип әсенеп ҡысҡырып ебәрҙе Надежда Константиновна.

— Эйе, мин суд алдына баҫырға һәм был яланы фашларға тейешмен, ул саҡта мин үҙемде лә, партиябыҙҙы ла был әшә­ келектән аҡлаясаҡмын. Өҫтәүенә, быларҙы фашлау әллә ни ауыр нәмә лә түгел. Бары яҡшыға ғына буласаҡ. Идара итеүсе социалистәрҙең ниндәй яла яғыусылар икәнен эшселәр сины­ фы үҙ күҙҙәре менән күрер. Бының өсөн мин суд трибунаһын файҙаланасаҡмын...

— Унда бер ниндәй ҙә трибуна булмаясаҡ, — тине Мария 48
Закрыть