Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 46.

Владимир Ильич уларҙың эшләпәләрен кәштәгә алып ҡуй­ ҙы ла ҡатыны менән һеңлеһен ҡулбаштарынан ҡосаҡлап диванға ултыртты.

— Ниндәй хәбәрҙәр килтерҙегеҙ, тиҙерәк һөйләгеҙ.

Мария Ильинична ридикюленән бер төргәк газета сығарҙы.

— Яңылыҡтар шәптән түгел, Володя, — тине Надежда Константиновна. — Һинең бик ваҡытлы йәшеренеп ҡалыуың ниндәй бәхет! Бөгөн төндә бер төркөм ҡораллы юнкерҙәр беҙҙең квартираға килеп инде...

— Хатта өйҙө тотош уратып алдылар, — тип өҫтәне Мария Ильинична.

— Уларҙың ни хаҡтары бар? — тип тоҡанып китте Вла­ димир Ильич.

— Ниндәй хаҡлыҡ хаҡында һүҙ булыуы мөмкин инде хәҙер? Тентеү яһар өсөн хатта уларҙың рәсми бойороҡтары ла юҡ ине, — тип әсенеп йылмайҙы Надежда Константинов­ на. — Һине эҙләнеләр... Уларға эләкһәң — өҙгәләп ташларҙар ине! Батша заманындағыса бөтә өйҙәге әйберҙәрҙе пыран-заран килтерҙеләр. Хаттарҙы, документтәрҙе алып киттеләр. Беҙҙең Краков банкыһынан алған һаҡлыҡ кенәгәһен яҙыу өҫтәле тартмаһынан килтереп сығарғас, шундай ҡыуандылар, бомба таптылармы ни...

Владимир Ильич бармаҡтарын сатмаштырып быуындарын шартлатты ла: — Быныһы нимә тағы, — тине.

— Ваҡытлы хөкүмәт бөгөн дә һине ҡулға алыу һәм хө­ көмгә тарттырыу тураһында приказ баҫтырып сығарған.

— Бына «Живое слово» газетаһында ла баҫылған, — тип Мария Ильинична уға газеталар һуҙҙы.

— Эй, был бульвар газетаһы бит, — тип ҡулын ғына һел­ тәне Владимир Ильич. — Ни өсөн һуң мине хөкөмгә тартты­ рырға уйлайҙар?

— «Живое слово» бөтәһен дә аңлатҡан, — тине Мария Ильинична.

Владимир Ильич газеталарҙы алды ла, һул күҙен ҡыҫа төшөп, уларҙы йәһәт кенә аҡтарырға тотондо.

«Живое слово» газетаһында «Ленин, Ганецкий һәм К° — шпиондар!» тип эре хәрефтәр менән яҙылғайны.

— Был ниндәй әкәмәт тағы! — тип асыулы мығырҙаны Владимир Ильич яурынын һелкетеп. — Рус халҡының Ва­ ҡытлы хөкүмәткә булған ышанысын ҡаҡшатырға Германия- ның генеральный штабы миңә ҡушҡан имеш! Әйтерһең, быны мин үҙем уйлап сығара алмайым. «Агитация өсөн аҡса Сток- гольмдә Германия илселегендә хеҙмәт итеүсе аша алына...

47
Закрыть