йәйәүле патрулдәр, маршҡа баҫып барыусы һалдаттар менән шығырым тулған. Обывателдәр ҡурҡышып ҡына тротуарҙарға һырыналар, газета киоскылары тирәһенә йыйылалар. Түңәрәк тумбалар эшселәр синыфына һәм уның партияһына янаусы газета афишалары менән сыбарланып бөткән. Ваҡытлы хөкү мәттең Ленинде ҡулға алыу һәм хөкөмгә тарттырыу хаҡын дағы ҡарары газетаның бөгөнгө һанында баҫылып сыҡҡан.
Ә төндә ҡораллы юнкерҙәр Ульяновтарҙың квартираһына ба ҫып ингәндәр, Ленинде эҙләгәндәр, бөтә нәмәнең аҫтын өҫкә өйләндергәндәр, документтәрҙе алып киткәндәр.
Мария Ильинична афишаға керпек һирпеп кенә алды ла Надежда Константиновнаның ҡулын ныҡ итеп ҡыҫты. Влади мир Ильич, Свердловтың талабы буйынса, өйҙән сығып китте, ул Ваҡытлы хөкүмәттең шымсыларынан йәшеренеп йәшәй. Әммә йәшеренеп йәшәһә лә, бишенсе июлдә биш мәҡәлә яҙҙы, алтыһында Петербург комитетенән килгән болыпевиктәр менән, Үҙәк Комитет ағзалары менән кәңәшләште. Большевик Каюров, Полетаев квартираһында ҡунып сыҡты, ә бөгөн эш се-большевик Аллилуев квартираһына күсергә тейеш.
Надежда Константиновна лоток эргәһенә барып туҡтаны ла открыткаларҙы ҡарарға кереште. Ялған патриотик открыт калар ине былар. Германия кайзере Вильгельм II-не илаҡ ма лай итеп төшөргәндәр, тимер шлемын ҡырын һалып кейгән, күҙ төптәре ҡара янған, маңлайы күбеп сыҡҡан. Карикату ра аҫтына: «Вилли исемле бер малай ҡанлы йәштәрен түгә, сөнки уны ҡаты туҡмағандар», — тип яҙылған. Ә дөрөҫө, рус армияһы фронтта еңелеү артынан еңелеүгә осрай. Немецтәр Петроградтың үҙенә янай.
Кәрәк була ҡалһа тип, Надежда Константиновна открытка һатып алды. «Ҡойроҡ» күренмәйме икән тигән уй менән Мария Ильинична тирә-яғына ҡарап алды. Трамвай килеп туҡтаны, икеһе лә трамвай баҫҡысына һикереп менде.
Трамвайҙан төшкәс, улар Николаев вокзалы эргәһендә урамдарҙы ҡыҙырып йөрөнөләр ҙә шөбһә-маҙар булмауына тамам ышанғас, 10-сы Рождественский урамына боролдолар.
Бөгөн иртүк Владимир Ильич бында, Сергей Яковлевич Аллилуев квартираһына, күсеп килергә тейеш ине.
Бишенсе ҡатҡа күтәрелделәр ҙә саҡ ҡына тыңлап торҙо лар. Тып-тын. Надежда Константиновна ҡыңғырау кнопкаһы на баҫты ла борсолоп Мария Ильиничнаға ҡарап алды, әгәр ҙә Владимир Ильич килеп етмәһә, юлда ҡулға алынһа?
Сергей Яковлевич ишекте асты, күҙҙәре менән генә йыл майып, уларҙы тиҙ генә квартираға үткәрҙе. Надежда Кон стантиновна ла, Мария Ильинична ла аңланылар: ул бында.
46