Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 44.

бит. Был эште мин үҙ өҫтәмә алам. — Алексинскийҙең планы контрразведка начальнигенэ ифрат оҡшаны.

— Әгәр ҙә ул судҡа килеүҙән баш тартһа, йәшеренһә, беҙ уны ҡулға алырға өлгөрмәй ҡалһаҡ? — тип асыҡлауын дауам итте Переверзев.

— Ундай хәл булмаҫ, — тине Алексинский, ҡәтғи итеп, — Ленин эшселәрҙең ышанысын бик юғары баһалай, шуға күрә ул ниндәй юл менән булһа ла халыҡ алдында аҡланырға теләйәсәк. Мин уның холҡон беләм. Уның да йомшаҡ яҡтары бар, эшселәрҙең ышанысы — уның намыҫ эше.

— Хатта ул йәшеренһен дә ти, — тип эләктереп алды пол­ ковник. — Беҙҙең ҡулда йәнә бер дәлил буласаҡ: йәшеренгән икән, тимәк, ул үҙен ғәйепле һанай, революцион демократия хөкөмөнән ҡурҡа. Кәм беҙ ул саҡ та: батша хөкөмөнән ҡурҡ­ маған, ә халыҡ власе хөкөмөнән ҡурҡҡан, тимәк, ғәйебе бар, — тиербеҙ.

Алексинский өндәшмәйенсә генә кабинет буйлап йөрөнө. Ул үҙен ҡаһарман итеп тоя, уны Воссияны ҡотҡарыусы итеп данлап, гөр килеп шатланған халыҡ төркөмөн күҙ алдына килтерә ул.

— Ярай улайһа, — тип һығымта яһап ҡуйҙы полков­ ник, — эште һуҙмайыҡ. Кеҙ бөгөн үк Ермоленконың күрһәт­ мәләрен, Петербург банкыһынан күсермәләр алырһығыҙ.

— Хөкүмәткә тоғро булған бөтә газеталарҙың журналистә- ре йыйылышында мин бөгөн үк сығыш яһаясаҡмын, уларға Ленин тураһындағы бөтә дөрөҫлөктө һөйләйәсәкмен.

— План насар түгел, — тип иркен һулап ҡуйҙы Перевер­ зев. — Хөрмәтле Григорий Александрович, эш башлағыҙ, — тине лә Алексинскийгә ҡулын һуҙҙы.

Йәһәннәм машинаһы әйләнә башланы...

7. КҮҢЕЛ РИЗА ТҮГЕЛ Садовая урамы менән Нева проспекте мөйөшөндә Надежда Константиновна һәм Мария Ильинична извозчиктән төшөп ҡалдылар.

Петроград урамдары әле тынысланмаған. Өс көн элек кенә — дүртенсе июлдә — бында эшселәрҙең ҡаны ҡойолдо. Кисә «Правда» газетаһы бинаһын һәм Питер пролетариаты­ ның үҙ аҡсаһына төҙөлгән «Труд» типографияһын емереп ташланылар. Эшселәр йәшәгән кварталдарҙа һәр өйҙө тентей­ ҙәр, ҡыйраталар. «Правда листогы»н таратып йөрөгән эшсе Воиновты яуыздарса үлтереп киткәндәр. Әле лә Нева проспек­ те казарма майҙанына оҡшап тора — казактар, атлы һәм 45
Закрыть