Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 42.

элекке күп дуҫтары уны яла яҡҡаны өсөн судҡа тарттырыуҙы талап иттеләр.

Хатта меныневиктәр менән эсерҙар ҙа уның өсөн нәшриәт ишектәрен яптылар. Хәҙер инде уға кем ышана? Алексинский сығыш яһаған документтәрҙән, эшселәр генә түгел, бәлки Ле­ ниндең буржуаз лагерҙән булған иң яуыз дошмандары ла төкөрөнә-төкөрөнә бот сабып көләсәктәр.

— Һеҙҙең нимә уйлағанығыҙҙы үтәнән-үтә күрәм мин, — тип Алексинский мыҫҡыллы һәм үткер итеп Переверзевкә ҡараны. Оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ торҙо ла, креслоға барып ултырып, тәмәке төтөнөнән дүңгәләктәр яһап, хужаларса өҙөп-өҙөп һо­ раны : — Минеңсә, һеҙҙә немецтәр тарафынан ебәрелгән берәй ысын шпион табылыр?

— Бар, бар, — тине полковник әҙерлек менән, — прапор­ щик Ермоленко бар. Ул немецтәргә әсир төшкән, хәҙер улар уны яллап, емереү эштәре алып барыу өсөн, Алтынсы армия районына ебәргәндәр.

— Шулай булғас, — тине Алексинский, тағы ла кресло­ нан шыуып төшөп, аяҡтарын иҙәнгә терәне һәм бойороу тоны менән һөйләй башланы: — Ермоленко, Германияның гене­ ральный штабында офицерҙәрҙән уларҙың түләүле агенте Лениндең дә шундай уҡ задание алғанлығын ишеттем, тип яҙып бирергә тейеш. Шулай уҡ ул, Ленин болыневиктәр пар­ тияһын Германия файҙаһына шпионлыҡ эшендә файҙала­ нырға вәғәҙә биргән икән, тип тә яҙһын. Был — бер. Икенсе­ һе — Лениндең емертеү эштәре алып барыу өсөн немецтәрҙән бик күп аҡса алып тороуын иҫбатларға кәрәк. Лениндең байтаҡ капиталы барлығын һәм кисәге демонстрацияның не- мецтәрҙең әмере буйынса шул капитал иҫәбенә ойоштороло- уын да иҫбатларға кәрәк.

— Ҡуйығыҙ әле, әфәнделәр, Лениндең капиталист булыуы­ на кем ышанһын инде! — тип мыҫҡыллы көлдө полковник.

— Мин Ленинде миллионер яһайым. Мең туғыҙ йөҙ ун дүртенсе йылда уҡ Ленин немецтәрҙән аҡса ала башланы, тип иҫбат итәм мин. Бөтәһе лә иҫбатланасаҡ! Мең туғыҙ йөҙ ун дүртенсе йылда Лениндең ҡатынының апаһы үлде. Ул гим­ назияла уҡытыусы булып эшләгән, аҡсаһын йыйып барған һәм шул аҡсаһын үҙенең һеңлеһе Елизавета Васильевна Крупскаяға васыят итеп ҡалдырған. Шуның дүрт мең һумы Краковҡа Крупскаялар йәшәгән урынға күсерелгән. Беҙ Краков банкыһынан күсермә аласаҡбыҙ һәм, был аҡса Ле­ нингә немецтәр тарафынан ебәрелгән беренсе бүләк, тап шул мәлдә Германияның генеральный штабы уны һатып алған да инде, тип белдерәсәкбеҙ. Лениндең квартираһында тентеү үт­ 43
Закрыть