Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 40.

рына күмелде. Мин дә үҙемдең шул халыҡ менән бергә ҡыс- ҡырыуымды, үҙемдең дә сиктән тыш ярһыуымды аңлап, саҡ иҫемә килдем. Эшселәр Ленинде күтәреп алдылар ҙа машина­ ға ултыртырға алып сығып киттеләр...

— Ә-ә, туҡтағыҙ әле, туҡтағыҙ, һеҙ үҙегеҙ ҙә уның йоғон­ тоһона бирелгәнһегеҙ, ҡыҙҙар кеүек, уға ғашиҡһегеҙ икән дәбаһа!

— Юҡ, юҡ! Минең Лениндән дә яуызыраҡ, Лениндән дә уҫалыраҡ дошманым юҡ.

— Шулай булғас, нимә тәҡдим итәһегеҙ һуң һеҙ?

Алексинский кипкән ирендәрен ялап, урынынан торҙо ла, бокалға сельтер һыуы һалып, бер тында эсеп ҡуйҙы.

— Мин халыҡтың Ленингә булған ихтирамын, оло һө­ йөүен юҡ итергә, ышаныстарын ҡаҡшатырға, массалар ара­ һында уға ҡарата нәфрәт тойғоһо уятырға тәҡдим итәм. Унан яры инде минең һеҙгә кәрәгем дә ҡалмаясаҡ. Ошо маҡсатҡа ирешкәндән һуң һеҙ уны физик яҡтан юҡ итә алаһығыҙ. Ле­ нин менән бергә болыневиктәр партияһы ла ҡыйратыласаҡ.

— Былар бөтәһе лә һеҙҙең лирик сигенеүҙәрегеҙҙән башҡа ла ап-асыҡ. Асылда һеҙ үҙегеҙ нимә тәҡдим итәһегеҙ һуң? — тине контрразведка начальниге, мәсьәләнең айышына төшөнөп етмәйенсә.

— Мине диҡҡәт менән тыңлағыҙ, — тине Алексинский, ҡулдарын болғай-болғай, келәм буйлап ары-бире йерөп, шул саҡта полковник саманан тыш ғәжәп ҡыҫҡа аяҡлы, мәгәр оҙон ҡуллы Алексинскийҙең нәҡ маймылға оҡшағанлығына иғтибар итте. — Хәҙер болыпевиктәр партияһында ике йөҙ ҡырҡ мең ағза бар. Сирек миллионға яҡын тигән һүҙ. Тотош бер армия, һәм был армия Россия өсөн кайзер Германияһынан да ҡурҡынысыраҡ. Улар бит Лениндең ябай һалдаттары ғына түгел, был уның офицерҙар корпусы. Һәр бер большевик артынан тағы ла биш-алты кеше бара тип иҫәпләргә кәрәк. Былар буш һүҙҙәр генә түгел. Болыневиктәр газетаһының ти­ ражы бер ярым миллион дана самаһы булыуы үҙе генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Тимәк, Лениндең бер ярым миллион актив көрәштәше бар. Уларҙың байтаҡ өлошө армияла. Һәр &ер большевик тотош бер ротаны, хатта тотош бер полкты Һуғышырға һәләтһеҙ итә ала...

— Ниңә һөйләйһегеҙ һеҙ был һүҙҙәрҙе? Һеҙ беҙҙе өгөтләй­ һегеҙ түгелме һуң? — тип түҙемһеҙләнеп ҡаршы төштө Пере* верзев.

— Һеҙ, хөрмәтле юстиция министре, — тип Алексинский Переверзев ҡаршыһына килеп баҫты, — социалист тип атал­ һағыҙ ҙа, уголовный енәйәтселәр менән эш итергә өйрәнгәнһе­ 41
Закрыть