Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 4.

1. ЯҢЫ ПОЗИЦИЯЛАРҒА TEC айыңдарҙың ҡарағусҡыл төҫкә ингән суҡлы сатыры өҫтөндә киске шәфәҡтең һуңғы нурҙары аҡрынлап һүнә бара. Уйпаттан ҡуйы томан шаршауы һуҙыла, һаҙлыҡтан килгән һаҫыҡ еҫкә әсе бесән еҫе ҡушыла, дымлы һалҡын һауа эңер ҡараңғылығы менән бергә ҡыуышҡа ла үтеп инә.

Саша һыуыҡтан бөршәйеп ҡуйҙы, ул оҙаҡ ятып баҫылған бесәнде йолҡоп алды ла, юрған шикелле итеп, яланғас аяҡта­ рына япты. Владимир Ильич уның эргәһенә генә сүкәйеп ул­ тырған да ҡағыҙҙарын тәртипкә килтерә, уларҙы ҡараштырып бер өйөмгә һала. Дымланған дәфтәр биттәрен асып сығыу еңел түгел, шуға күрә эш яйыраҡ бара. Владимир Ильич ҡа­ ғыҙ өйөмдәрен устары менән тигеҙләне лә газетаға төрөргә ке­ реште.

— Һеҙ дәфтәрегеҙҙе оноттоғоҙ, — тине Саша, бесән өҫтөндә ятҡан зәңгәр тышлы ҡалын дәфтәргә ымлап.

— Юҡ, онотманым. Мин был дәфтәрҙе үҙем менән алам. Ә һеҙ был әйберҙәрҙе ҡайҙа йәшерерһегеҙ икән? — тип һораны Владимир Ильич, төргәкте бау менән бәйләй-бәйләй.

— Кухня иҙәне аҫтына, — тип тиҙ генә яуап ҡайтарҙы Саша. Был хаҡта ул алдан уҡ уйлап, атаһы менән кәңәшлә­ шеп ҡуйғандыр, күрәһең.

5
Закрыть