Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 39.

Тап шулай, — тип йәнләнеп китте п о л к о в н и к . — Юлдан алып ташларға! Юҡ итергә! — Ул ҡәләмдәрен, һалдаттар ши­ келле итеп, дүрт рәткә теҙеп сыҡты.

Алексинскийҙең йөҙөндә мыҫҡыллы йылмайыу сағылды..

— Хис-тойғоларҙан мәхрүм һеҙ, полковник! Беҙ уны нин­ дәй ҡорал менән юҡ итергә уйлайһығыҙ?

— Теләһә ниндәй ҡорал менән, теләһә ниндәй атыу ҡора­ лы, хатта һалҡын ҡорал менән, — тине ҡырт ҡына итеп контрразведка начальниге.

Алексинский тартып бөтмәгән папиросын креслоның поли­ ровкалы таянсығына баҫып һүндерҙе.

Юстиция министре Переверзев ҡабаланып уның алдына пепельница этәреп ҡуйҙы, ләкин Алексинский тәмәке төпсө­ гөн келәмгә һепереп төшөрҙө лә, креслоның ситенәрәк күсеп ултырып, ҡыҫҡа аяҡтарын иҙәнгә терәне.

— Ундай ҡорал менән уны үлтереп булмай. Беҙ Ленинде белмәйһегеҙ. Беҙҙең, исмаһам, берәй тапҡыр уның сығышын тыңлағанығыҙ бармы?

— Ундай хөрмәткә юлыҡҡаным юҡ, — тине полковник; ярһыу менән.

— Ә минең тыңлағаным бар. Таврида һарайында күрҙем мин уны, кадеттәр корпусында Советтәрҙең Беренсе съезында һөйләгәнен ишеттем. Хәҙер уны миллионлаған эшселәр белә­ ләр һәм яраталар, — тип теләр-теләмәҫ кенә әйтеп ҡуйҙы Алексинский.

— Яраталармы? — тип сырайын һытты Переверзев. — Быныһы инде ысынлап та артыҡ тойғоларға бирелеү.

— Эйе, эйе, яраталар. Беҙ һәр нәмәгә лә айыҡ ҡарарға тейешбеҙ. Мин үткән айҙа Путилов заводында егерме мең ке­ ше ҡатнашҡан митиигелә булдым. Бөтә кеше менән бергә миңә лә ҡул сабырға, «ура» ҡысҡырырға тура киләсәген дә аңлай инем. Мин бөтәһенә лә алдан әҙерләндем, күмәк тур­ ғайҙар араһында аҡ ҡарға булып күренмәҫ әсән, үҙемде нисе­ герәк тоторға өйрәнеп барҙым. Ә инде ул трибунаға сыҡҡас һәм телмәр һөйләгәс, телмәре лә дөйөм алғанда әллә нәмә тү­ гел ине инде...

— Шулаймы икән! — тине Переверзев, яурынын һикер­ теп. — Ошо телмәрҙән һуң эсерҙар һәм меныневиктәр Путилов заводына морон тығырға баҙнат итмәнеләр.

— Мин уның нисек һөйләгәнен күрҙем. Ул кешеләрҙең күңелдәренә үтеп инә, уларҙы ҡарата белә. Ул һәр кемдең күҙенә ҡарап уның йәшерен уйҙарын уҡый, уны ғазаплаған, борсоған мәсьәләләргә яуап бирә белә. Уның һуңғы һүҙҙәре митингелә ҡатнашыусыларҙың шатлыҡтан ярһыған ауазда­ 40
Закрыть